Бер ваҡытты Сәсуар хан Түләк менән ҡыҙы һыуһылыуҙы үҙенең йортона саҡырып: — Был йорт һәм илем ен йорто, ен иле. Һеҙ бында тора алмаҫһы ғыҙ, инде Ер йөҙөнә с ы ғ ы ғ ы ҙ . Мин һеҙгә инсе1 итеп күп мал бирер мен, — тине. һыуһылыу менән Түләкте быяла арба менән күтәртеп, Асылы күл аҫтынан яр ситенә сығарып ташлатты.
Заятүләк күл ситендә ҡайғырып, ҡайҙа барырын белмәй торғанда, Асылы күл — аҡ һаҡаллы ҡарт килеп: — Эй, уғлым! Бер ҙә ҡайғырма! Балҡан тауға бар!2 Хоҙай Балҡан тауын һинең өсөн яратҡан, — тине.
һыуһылыу Заятүләккә ҡарап: — Эй, йәнем, тау башына менеп етмәй тороп, бер ҙә артыңа әйлә неп ҡарама! Әгәр ҙә әйләнеп ҡараһаң, беҙгә эйәреп килә торған мал-тыуарҙы харап итерһең, — тине.
Түләк атына менеп, ҡошон ҡулына ҡундырып, һыуһылыу әйткәнсә, артына әйләнеп ҡарамай, тауға ҡарай йүнәлде.
Хан һыуһылыуға атһыҙ арбалар әҙерләп, аҫыл заттар тулған һан дыҡтар тейәтеп, ҡол ҡыҙҙары менән бергә Түләктең артынан ебәрҙе, һыуһылыуҙың артынан һыу йылҡылары ҡыуҙырҙы. Ҡол-кәнизәктәр ҡысҡырышып, йылҡылар кешнәшеп, әллә ниндәй тауыштар сығаралар ине. Түләк, Асыл күлдән Өйҙөрәк башы3 тигән ергә еткәнсе, артына әйләнеп ҡараманы. Балҡан тауға етер саҡта, күңеленә ҡурҡыу төшөп, тауыш сыҡҡан яҡҡа әйләнеп ҡараһа, сысҡан һыртлы, ҡола йылҡы менән Асыл күл һәм Өйҙөрәк араһы тулған, Асыл күлде һаман сығып бөтмәгәндәр. Береһенең һыртына икенсеһе башын һалып һаман сығыуҙарын күрҙе. Заятүләк әйләнеп ҡарағас та, ҡурҡышып, Асыл күлгә кире сумдылар. Ҡалғандары бик аҙ ҡалды. Әгәр ҙә Заятүләк артына әйләнеп ҡарамаһа, шул төҫтәге йылҡылар менән ер йөҙө тулыр ине.
Бына был ваҡытка саҡлы Сәрмәсән4 һәм Дим буйы башҡорттары сәсән, үткер малдарҙы һыуһылыуҙың артынан сыҡҡан һыу йылҡыһы, тиҙәр.
1 Инсе — баланы башҡа сығарғаңца атаһының биргән малы.
2 Балҡан тауы — Асылы күлдән 15—20 саҡрым алыҫлыҡта һәм дә Шишмә станцияһынан 20 саҡрым тиклем ерҙә Балҡан тигән бәләкәйерәк матур бер тау бар, Балҡан ярымутрауындағы Балҡан тауҙары менән бер исемдәге тауҙарҙың бында ла булыуы быларға төрөктәр тарафынан исем бирелгәнлекте аңлата.
3 Өйҙөрәк — Йылға исеме. Мәшһүр «Өйҙөрәк» көйө шул йылғаға ҡарап бирелгән. (М. Ғафури иҫкәрмәһе) 4 Сәрмәсән, Дим — мәшһүр һыуҙар. Сәрмәсән, Дим буйы күренешенең гүзәл леге менән мәшһүрҙәр. Өфө тимер күпере янында Ағиҙелгә килеп ҡушыла. (М. Ғафури иҫкәрмәһе) 228