— Аһ! Ата-әсәйемдән, Төркөстан иленән айырылып, бер ҡыҙға ғашиҡ булдым, бер ҡыҙ өсөн йөҙөмдө һары ҡылдым! — тине.
Уйнар өсөн бер думбыра яһаны. Ҡыҙ ҡайтҡас та, думбыраны күреп: — Бик матур нәмә яһаған икәнһең, уйнап ҡараһана, — тине. Заятү ләк думбыраһын алып, ошо өләңдәрҙе (йыр) әйтте: Әй думбырам, думбырам, Уйна, күңел асылһын!
Думбырам минең уйнайҙыр.
Ҡ ыл ҡумыҙым — һорнайҙыр, Тыңлай килгән әҙәмдәр Үҙен үҙе белмәйҙер!
Бәғзе ваҡыттарҙа һыуһылыу Заятүләк янынан әллә ҡайҙа китеп, юғалып тора ине. Заятүләк был эшкә ғәжәпһенеп: — Эй, һыуһылыу, ҡай саҡта һин әллә ҡайҙа китәһең, ҡайҙа барып йөрөйһөң? — тине.
һыуһылыу: — Мин әлеге, һин килеп ултырған ергә сығып, таш өҫтөнә улты рып, сәсемде тараймын, төҙәнеп, биҙәнеп ҡайтамын, —тине.
Заятүләк: — Минең атым менән сөйә торған ҡошом шундамы? — тине.
һыуһылыу: — Улар һаман шунда торалар, һинең төшкән урыныңа ҡарағандар, күҙҙәрен шул урындан алмайҙар, ябығып бөткәндәр, — тине.
Заятүләк, көрһөнөп: — Уларҙы бында алып килә алмаҫһығыҙмы? — тине.
һыуһылыу: — Мин булғас, улар ниңә кәрәк? Һин, атымдан да биҙәйем, ҡошомдан да биҙәйем, тинең, — тип шул өләңдәрҙе әйтте.
Атың тора әбегеп,1 Алтын һинең йылмая Һинең өсөн ябығып, Уға килер юл ҡайҙа?
Ул хеҙмәтте итергә, Ул хеҙмәтте итергә Хәлем килмәй, бай уғлы. Хәлем килмәй, бай уғлы.
Шунан һуң Заятүләк әлеге ҡарт өйрәткән доғаны уҡығайны, аты менән ҡошо һарай ишеге төбөнә килделәр. Түләк аты менән ҡошон күргәс, ни эшләргә белмәне. Ҡошо талпынып, аты кешнәп тора. Атының ял, ҡойроғон һепереп, Аллаға шөкөр ҡылып, ҡайғыһыҙ ғүмер итә башланы.
1 Әбегеп — тынысһыҙланып.
227