Бынан һуң Түләк ҡыҙҙың сәсен ысҡындырҙы. Ҡыҙ һарайға керҙе лә бикләнде. Түләк ишек төбөндә ҡалды. Ҡыҙҙан һис бер хәбәр юҡ ине. һарайҙың диуары1 быяланан, баштары йәүһәрҙән, иҙәндәре мәр мәр ташынан ине. Һарайҙың янында саф көмөш кеүек ялтырап яткан күлдәр өҫтөндә, төрлө төҫтәге өйрәктәр, аҡҡоштар йөрөйҙәр ине. һарайҙың икенсе яғында төрлө төҫтәге йылғалар, шишмәләр сылты рашып, матур таштар араһынан ағып яталар, һыу эсендә, һап-һары алтын, ап-аҡ көмөш кеүек, матур балыҡтар уйнап йөрөйҙәр ине.
Ҡыҙ Заятүләкте, бында ҡалдырып, үҙ янына һарайға керетмәгәс, Заятүләк әлеге, төшөндәге ҡарттан өйрәнгән доғаһын уҡыны. Шунда уҡ күлдәр ҡорой, шишмәләр кибә башланы. Ҡоштар, балыҡтар үлергә яҡынлаштылар.
Был эште күргәс тә, пәрейҙәр батшаға барып: — Әй хөрмәтле шаһыбыҙ! Ҡыҙҙың һарай ишеге төбөндә бер әҙәми зат ултыра. Шул егеттең шомлоғонан булһа кәрәк, күлдәр, йылғалар ҡорой башланылар. Ул әҙәмдең ҡайҙан килгәне, нисек итеп бында килә алғаны билгеһеҙ, — тинеләр.
Батша шунда уҡ ҡыҙына: «Әй, ҡыҙым, ул егет, әлбиттә, һин күл өҫтөнә сығып, сәсең тарағанда күреп ҡалған да һинең артыңдан бында килгәндер. Ул һинең яныңа керһен, уның ни эше бар, һораш. Уның һиңә зарары теймәҫ. Шунан һуң ҡайҙан килгән — шунда китер», — тип хат яҙып биреп ебәрҙе, һыуһылыу атаһының хатын алып уҡығас, һарайҙың ишеген асты. Шул сәғәт Заятүләк һарайға инеп асыуынан һыуһылыуҙың сәсенән тотго.
һыуһылыу: — Әй, егет, инде мин һинең, һин — минең булдыҡ. Минең сәсемде ебәр, — тине.
Бынан һуң һыуһылыу атаһына хәбәр ебәрҙе.
Атаһы был хәбәрҙе ишеткәс: — Был эш оҡшармы икән? Ул тупраҡтан яратылған, беҙ уттан яра тылдыҡ. Ул ер өҫтөндә тора, беҙ күл аҫтында, һыуҙа торабыҙ, — тине.
Вәзирҙәре:2 — Эй падишаһ! Инде был ҡыҙҙың яҙмышы әҙәм балаһынандыр, тигәс, батша ҡыҙын Заятүләккә бирмәксе булды.
Бөтә ҡала халҡы ҙур туйҙар яһап, һыуһылыуҙы Заятүләккә бирҙе ләр. Былар шулай торған ваҡытта, бер көн һыуһылыу Заятүләккә: — Минең сахраға сығып йөрөп ҡайтаһым килә, һеҙ бында тороғоҙ, мин тиҙ ҡайтырмын, — тип сығып китге.
Заятүләк яңғыҙ ҡалғас, һарайҙың бүлмәләрен ҡарай башланы, йөрөй торғас, бер бүлмәлә булат көҙгө тапты. Көҙгөгә ҡарап, үҙенең һарғайғанын күргәс: 1 Диуар — стена.
2 Вәзир — министр.
226