Ҡыҙ Заятүләккә ҡарап: Ҡ уш имсәкле ҡ уш йөҙөк Алманың, һин Түләгем Бүләк биреп, алманың, Ниҙер һинең теләгең? Ниҙер һинең, теләгең?
Ҡулымдағы көмөш йөҙөк Алмаймыһың, Түләгем!
Заятүләк ҡыҙға: Айры һаҡал үҫтергән Атайҙан да биҙәйем, Һарымырҡыс хан иле Барынан да биҙәйем, һинең менән булайым, Һыуға төшөп үләйем.
Ҡ ыҙ Заятүләккә ҡарап: Айры һаҡал үҫтергән Атайыңдан да биҙмәгел, һүҙең әйтсе, Түләгем!
Ана арғы яғыңдан Килә ятыр биш кеше Белмәймеһең, бай уғлы. Күрмәймеһең, хан уғлы? — Һарымырҡыс хан иле Барынан да биҙмәгел, Һүҙең әйтсе, Түләгем, тип, Заятүләкте алдап, ситкә ҡаратты ла, үҙе һыуға сумып китте. Егет әйләнеп ҡараһа, ҡыҙ һыуға сумған. Ҡыҙҙың сәсе алтмыш ҡарыш ине. Шул оҙон һуҙылған йылан кеүек ҡара сәсенең бары алты ҡарышы һыу өҫтөндә ҡалған ваҡытта, Заятүләк кире боролоп ҡарап: «Аһ, харап булдым, һыуһылыу мине алдап ҡына ситкә ҡаратҡан икән, инде бында яңғыҙ ҡалғансы, һыуһылыу менән һыу аҫтында үлгәнем артыҡ», — тип әйтте лә, һыуһылыуҙың сәсенә барып йәбеште. Шул йәбешкән көйөнсә, икәүләп Асылы күлдең аҫтына төшөп кит теләр.
Бер аҙҙан һуң икенсе бер яҡты донъяға барып сыҡтылар. Шул ерҙә, ендәр торған ҡалала, һыуһылыуҙың аҡ быяланан һарайы бар ине. Шул һарайҙың алдына барып туҡтанылар. Заятүләк ҡыҙҙың сәсен ҡулына бик ныҡ итеп ураған ине. Ҡыҙ: «Ебәрһәнә!» — тип, ни саҡлы ялынһа ла, ҡулынан ыскындырманы.
Бынан һуң ҡыҙ шул шиғырҙы әйтте: Мин керәйем һарайға, Урын, түшәк йәйәйем, Һине сығып алайым, Көтөп торғол, бай уғлы!
Сәскәйемде ысҡындыр, Мин сығырмын — көтөп тор, Итербеҙ бергә хозур, Көтөп торғол, бай уғлы!
225