Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 223.

Түләк ҡыҙға: Артыҡ ҡ ошто аҫырамаҫ Аҡ шоңҡарҙан биҙәйем, Айлыҡ юлға ҡ араған, Көнлөк юлға бер баҫҡан, Дүрт аяғы майырылған Арғымаҡтан биҙәйем, Күккә таба осорған Аҡбуҙсанан биҙәйем! Һинең менән булайым, Һыуға китеп үләйем!

Ҡ ыҙ Түләккә ҡарап: Әй Түләгем, Түләгем, Ҡ уш имсәкле көмөш йөҙөк, Юҡтыр һиңә бүләгем, Бүләк булһын, бай уғлы!

Ҡ улымдағы көмөш йөҙөк — Шуны ал да ҡулыңа Бына һиңә бүләгем! Ҡ айтып киткел, бай уғлы!

Заятүләк ҡыҙға: Көмөш йөҙөк ҡ уш имсәкле Һүҙем ҡабул күрмәһәң, Зифа буйың биҙәгел, Һыуға төшөп үләйем, Ул бүләгең кәрәкмәй, Һыуға төшөп үләйем!

Зифа буйың — теләгем, Ҡ ыҙ Заятүләккә ҡарап: Ҡ уш имсәкле ҡ уш йөҙөк Алманың һин, Түләгем, Бүләк бирҙем, алманың, Ниҙер һинең теләгең? Көндәй1 үҙем төҙәнгән, Айҙай йөҙөм биҙәнгән, Алтын тараҡ, ай көҙгө — Бына һиңә бүләгем, Бына һиңә бүләгем! Һиңә булыр түгелмен, Миңә булыр түгелһең, Өмөт итмә, Түләгем! Ышанмағыл, Түләгем!

Заятүләк ҡыҙға ҡарап: Туғыҙ, ун ай күтәргән, Ауырлыҡтан бөгөлгән, Айыры имсәктән һөт биргән Әсәйемдән дә биҙәйем!

Төн йоҡоһон өс бүлгән, Төндә тороп имеҙгән, Ауыҙҙан ҡ аймаҡ ейҙергән Әсәйемдән дә биҙәйем! Һинең менән булайым, Һыуға төшөп үләйем, Атың әйтсе, һыуһылыу! Атың әйтсе, һыуһылыу!

1 Көн — Ҡ ояш, нитәкки «бер бите ай, бер бите көн кеби натур» тиҙәр. (М. Ға­ фури иҫкәрмәһе) 224
Закрыть