Ғашиҡ булдым бән һиңә Көндәй күркәм йөҙөңә Хайран булып ҡалыпмын Бал-шәкәрҙәй һүҙеңә, Һүҙең әйтсе, һыуһылыу. Һүҙең әйтсе, һыуһылыу!
Атың, юлың белмәймен Ерең, һыуың белмәймен, Атың әйтсе, эй һылыу, Ерең әйтсе, һыуһылыу!
Ҡ ыҙ Заятүләккә ҡарап: Атың үҙең беләһең, Ерең, һыуың беләһең, Һәрамзалыҡ ҡылаһың1, Заятүләк атлы2 һин! Атың килһә ярышып, Ҡ улың килһә ҡарышып, Ун сан ҡырғыҙ илендә, Һарымырҡыс уғлы һин!
Заятүләк йәш уғлы, Заятүләк йәш уғлы, Атың менән сығып һин, Ҡ ош сөйөргә килеп һин, Үҙ илеңдән айырылып, Беҙҙең илгә килеп һин, Заятүләк — бай уғлы, Заятүләк — хан уғлы.
Заятүләк ҡыҙға: Бер тигәндә белә алған, Муйыны һоноҡ һона алған, Муйыны оҙон торна алған, Ҡ ош осҡоро — сүрәгәй Ҡ анат ҡаҡ май, шуны алған, Артыҡ ҡ ошто аҫырамаҫ, Аҡ ябалаҡ балаһы Шоңҡарымдан биҙәйем. Һинең менән булайым, Атың әйтсе, һыуһылыу!
Һыуҙың ҡыҙы һыуһылыу, Һыуҙың ҡыҙы һыуһылыу! Бер тигәндә белә алған, Ауыҙы ҡанлы бүре алған, Аяғы һылтаҡ төлкө алған, Ниндәй көслө булһа айыу, Бер тибрәтмәй шуны алған Аҡ шоңҡарҙан биҙәйем, Атыңды әйтсе, һыуһылыу, Атыңды әйтсе, һыуһылыу!
Ҡ ыҙ Заятүләккә ҡарап: Атым һорап ни тирһең, Ерем һорап ни тирһең, Беҙҙең ерҙәр ҡатылыр, Түҙә алмаҫһың, Түләгем! Беҙҙең ерҙәр ташлылыр, Тора алмаҫһың, Түләгем! Хәстә булып ятырһың, Ғосса3 булып үлерһең, Ҡ айтып киткел, Түләгем! Ҡ айтып киткел, Түләгем!
Һәрамзалыҡ ҡылыу — харамзалыҡ — дөрөҫөн әйтмәү, алдашыу. Ат — исем.
Ғосса — ҡайғы.