ашъяулыҡ кеүек тип-тигеҙ, бөтөнләй күренеп ята ине. Был оло күл был көндәге мәғлүм «Асыл күл» (йәки Асылы күл1) булалыр.
Бейек тау тигәнебеҙ, күлдең төшлөк яғындағы «Ҡара ағас» тигән ярҙың өҫтөндәге оло тауҙыр. Быны «Ҡашҡа тау» тип әйтәләр. Ҡашҡа тауҙың (йәғни үлән үҫмәгән) өҫтө, Заятүләктең аты кимереп торғанға күрә, һаман үлән үҫмәйенсә, таҡыр яланғас булып яталыр, тиҙәр.
Заятүләктең иптәштәре унда тороп ҡалған. Уның ҡайҙа киткәнен һис белмәнеләр.
Бына шул Асыл күлдә пәрейҙәрҙәнме йәки башҡа заттарҙанмы, билдәһеҙ бер әҙәм ханлыҡ ҡыла ине. Бының исеме Сәсуар (сәсе бар) ине. Был Сәсуар хандың, сикһеҙ матур булдығынан, һәр кем күрһә, ғашиҡ булып, ғишҡынан хайран ҡалып, үҙ-үҙен белмәҫ була торған, бер ҡыҙы бар ине. Ҡыҙ һәр көн иртә менән күлдең ситенә сығып, сәсен тарап, үреп китер ине.
Заятүләктек аты шул ҡыҙҙың сәсен тарап ултыра торған ташының тураһына туҡтағайны. (Был таш был көндә лә барҙыр. Быны Түләк ташы тип әйтәләр. Өй ҙурлығында, дүрт мөйөшлө, өҫтәлгә оҡшашлы, бик тигеҙләп, юнып яһалған шикелле булып тора. Был ташты әле лә башҡорттар, һыуһылыуҙың сәс тараған ташы, тип тә әйтәләр.) Шул күл буйындағы һике кеүек таш өҫтөнә ултырып, ап-аҡ аяҡтарын көмөш кеүек саф һыуға һалындырып, күләгәһе һуҙылып күлгә төшкән көйөнсә, бер хан ҡыҙы, көндәге ғәҙәте буйынса, сәсен тарап, үҙен төрлө биҙәктәргә биҙәп ултыра ине.
Ҡыҙ, оҙон сәсен икегә айырып, асып ҡарайым тип торғанда ғына, һиҙмәй ҙә ҡалды, Заятүләк ҡыҙға сәләм бирҙе.
Ҡыҙ, Түләктең тауышын ишетеп, һушһыҙ була яҙып, йөҙөн ҡул дары менән ҡаплап ҡалды. Ғүмерендә ундай әҙәм тауышын ишеткәне булмағандан, ни ҡылаһын белмәй, аһ ҡылып әйтте: «Әгәр мин һине күрә торған булһам, йөҙөмдө һиңә күрһәтмәгән булыр инем»,—тине.
Заятүләк бер күреү менән ҡыҙға йәне-тәне менән ғашиҡ булып, һис һүҙ әйтер хәле ҡалманы.
Ҡыҙҙың күңелендә, нисек булһа ла Түләкте алдап, бер яҡҡа ҡара тып, унан ҡасып һыуға сумыу ине. Түләк ҡыҙға ғашиҡ булып шул шиғырҙы әйтте: Инеп килдем атымдан Сәфәр ҡылдыҡ күп кеше, Инде һинең рузына1, Йүгән ҡыуҙы өс кеше, Сәләм бирҙем бән һиңә Атым килә ярышып, Ай тик күрекле йөҙөңә, Ҡ улым килә ҡарышып, 1 Башҡорттар — Асылы күл һәм «Асыл күл» тиҙәр. Ул күлдә әллә ниндәй бер ҡеүәт барлығын, был ваҡыттарҙа ла күлдә ғәҙәттән тыш эштәр булғанлығын һөйләйҙәр һәм уны изғе-кәрамәтле күл тип ышаналар. Күлдең әйләнәһе 35—40 саҡрым самаһында булып, түңәрәк, көмөш кеүек саф, төбө күренеп ята.
2 Руз — көн, көндөҙ, яныңа мәғәнәһендә.
222