Атлас кеүек йәм-йәшел сахраларҙы, көмөш тәңкә кеүек матур ялтырап ята торған күлдәрҙе үтә-үтә, хан ауылынан бик йыраҡҡа киттеләр. Бер күлдә ҡоштарҙы ебәргәс, башҡа ҡоштар берәр ҡош типкәндә, Заятүләктең ҡошо бер рәттән ете аҡҡошты ҡағып, тибеп төшөрҙө. Ҡайтайыҡ, тигән булып аттарын сабыштырҙылар. Заятүләк тең менгән аты ел кеүек осоп китте. Ағайҙары саҡ-саҡ күреп ҡалды лар. Был сәфәрҙә маҡсаттарына етә алмағанлыҡтары өсөн эҫтәренән яндылар. Заятүләк алдан ҡайтып, атаһынан күп бүләктәр алды. Ағай ҙары, быны күргәс, бигерәк ғәрләнделәр, нисек тә быны үлтереп, бынан ҡотолмай булмаҫ, тинеләр.
Үҙҙәренең ғәҙәттәре буйынса, бер ваҡыт йәнә ауға сыҡтылар. Бик йыраҡта, бер ҙур күл янына, барып ҡундылар. Төнөн Заятүләк йоҡлағас, уны үлтерергә кәңәш итә башланылар. Бәғзеһе — күлгә ташлайыҡ, бәғзеһе — үлтерәйек тә ханға ат тибеп үлтерҙе, тип әйтербеҙ, тинеләр.
Араларынан береһе: — Юҡ, улай күҙ алдында үлтермәгеҙ. Атының дүрт аяғына ҡаҙау ҡағығыҙ, шунан һуң ул аты менән йөрөй алмаҫ, йығылыр, үлер», — тине.
Былар аттың дүрт аяғына ҡаҙауҙар ҡаҡтылар.
Ағайҙарының был эшенән Заятүләктең бер ҙә хәбәре юҡ ине. Төшөндә бер кеше: «Әй улым, Заятүләк! Ғафил булып йоҡлайһың. Ағайҙарың һәм юлдаштарың яман уй уйлап, һине үлтермәксе булды лар. Атыңдың дүрт аяғына ҡаҙауҙар ҡаҡтылар. Бына мин һиңә бер доға өйрәтәм. Ҡасан да башыңа берәй мөшкөл эш төшһә, шуны уҡыр һың», — тине.
Заятүләк урынынан тороп, атын барып ҡараны. Ысынлап та, атын ҡаҙауланған насар бер хәлдә күрҙе.
Теге кеше өйрәткән доғаны уҡып, атының аяғына өшкөрҙө. Аты шунда уҡ төҙәлде. Иртән торғас, иптәштәре Заятүләкте һынамаҡсы булып: — Бар, фәлән күлдә ҡоштар бармы икән, ҡарап кил, — тинеләр.
Заятүләк урынынан тороп, атына менде лә, тегеләр әйткән күлгә ҡарай йүнәлде. Был алтмыш кеше быны күреп хайранға ҡалып: «Бының аты нисек йөрөй ала? Бында ни хикмәт бар? Инде быға һөжүм ҡылып үлтермәй булмаҫ. Атайыбыҙ ханлыҡты Заятүләккә биреп ҡуйыр», — тинеләр. Араларынан береһе: «Өс кеше барығыҙ ҙа, атының ауыҙлығын алып, өсөгөҙ өс яҡтан ҡамсылап ҡыуалағыҙ. Аты дыулап, Заятүләкте ағасҡа йәки ташҡа бәреп үлтерер. Бына шулай итеп Заятү- ләктән ҡотолорһоғоҙ», — тине. Былар был һүҙҙе аҡылға яраҡлы күреп, өс кеше ебәрҙеләр. Был өс кеше Заятүләк янына барып, атының йүгәнен алып, ҡамсылап ҡыуҙылар. Буҙса тай Заятүләкте алып осто. Алты-ете көн бер ҙә туҡтамай китеп, һигеҙенсе көн, ҡояш сығыр ваҡытта, ҙур бер күлдең яғаһына барып туҡтаны. Бейек тауҙың башынан ҙур күл, 221