унын һул ҡулын Закир ағайҙың уң ҡулына бәйләп ҡуйғандар. Шулай уҡ Закир ағайҙын йөҙөн ҡараға буяғандар, уның да күҙҙәре генә ағарып күренеп тора ине.
Был күренеште күргәс, ҡурҡыуымдан ни эшләргә белмәнем. Ғәлимә апай хәҙер йәмһеҙ бер һын (кәүҙә) кеүек, үҙенең иркенән башҡа алға килә. Икенсе төрлө әйткәндә, уларҙы халыҡ тулҡыны их тыярһыҙ юнысҡы кеүек алға этеп килтерә ине. Фәхри бабайҙар тура һына еткәс тә, уларҙы бер аҙ туҡтатып торҙолар. Был ваҡытта халыҡ араһынан: — Ҡарағыҙ был ҡара йөҙҙәргә, ғибрәт алығыҙ!
— Ил ҡоротҡостар!
— Шәриғәт таптаусылар!
— Уйнашсылар! — тигән тауыштар сыға һәм әллә нәмәләр шалты раталар, Ғәлимә апай менән Закир ағайҙың өҫтөнә иҫке сабаталар ырғыталар ине. Ошо ерҙә Ғәлимә апай, һушынан яҙған кеүек, ергә бөгөлөп төштө. Уны күтәреп алдылар. Ул хәҙер иламай ҙа, өндәшмәй ҙә ине. Уның ҡап-ҡара йөҙөндәге күҙҙәре һирәкләп асылып ҡуйһа ла, уларҙы тағы ла йома, ул был халыҡты, был тормошто, быларҙың был тиклем вәхшәттәрен күрмәҫкә тырышҡан кеүек була ине.
Шул минут эсендә Фәхри бабай йортонан йүгереп сыҡты ла туп- тура Ғәлимә апай эргәһенә килеп, битенә һуғып ебәрҙе һәм уның йө ҙөнә төкөрөп: «Бынан һуң минең йортома ҡайтып инәһе, ишек алдына аяҡ баҫаһы булма! Теләһәң ҡайҙа юғал!» — тип, бер-ике һүҙ әйтге лә, кире боролоп, ҡапҡаһынан инеп китте. Был ваҡытта Фәхри бабайҙың асыуының һис бер сиге юҡ, йыртҡыс януар кеүек уҫал һәм йәмһеҙ күренә ине.
Шунан һуң уларҙы тағы ла алып киттеләр. Тағы баяғы төҫлө ҡыс ҡырыуҙар, төрлөсә мыҫҡыл итеүҙәр башланды.
Был ваҡытта әсәйем дә, атайым да өйҙәләр ине әле. Мин уларҙың был ауыр күренеште ҡарап тороу-тормауҙарын белмәй инем. Теге кешеләр беҙҙең туранан үтеп китеү менән, әсәйем, өҫтөнә кейенеп, тунының төймәләрен эләктерә-эләктерә, теге халыҡ артынан китте. Ул үҙе ҡыҙған һәм: — Тапҡандар айыу бейетеүҙе! Һис бер гонаһһыҙ кешеләрҙе хур лыҡҡа төшөрҙөләр! — тип һөйләнә-һөйләнә бара ине. Атайым ҡапҡа төбөнә сығып, әсәйемдең артынан: «Юҡҡа йөрөйһөң, эт кеүек ҡотор ған халыҡ, үҙенде иҙеп ташламаһын!» — тип әйтеп ҡалды. Был ваҡытта атайымдың эйәге һелкенә, иларға торған кеше кеүек, һүҙҙәре ҡалты рап сыға ине. Әсәйемдең һүҙенә ҡаршы теге кешеләр араһынан: «Әллә үҙең баш ҡоҙа булдыңмы?.. Вәт нисек яҡлаша!» — тигән һүҙҙәр ише телеп ҡалды.
Халыҡ төркөмө беҙҙән алыҫлашты. Улар киткәс, мин әсәйем тураһында уйлап, «ҡыҙған, ҡоторған халыҡ әсәйемде туҡмап ташла маһа ярар ине», тип ҡурҡа башланым. Атайым өйгә ингәс, мин үҙемде 23