ыласын ҡошо биреп, уның өҫтөнә һәр береһенә берәр ат бирмәксе булып әйтте: — Ҡараҡтарым1 һәр берегеҙ йылҡылар янына барып, йүгәнләре геҙҙе шалтыратығыҙ. Шул шалтыратҡан ваҡытта ниндәй ат ҡараһа, шуны үҙегеҙгә алығыҙ. Насар ғына ат ҡараһа ла, был бик насар, тип, алмай ҡалмағыҙ, — тине.
Балалары шатланып, ҡоштарын алып, аталарына ҡарап башта рын эйеп, сығып киттеләр.
Һәр береһе алтынлы йүгәндәрен алып, йылҡылары янына барҙы лар. Заятүләктән башҡалары йүгәндәрен шалтыратып тормай, йылҡы араһынан иң яҡшыларын һайлап алалар. Әммә Заятүләк, атаһының һүҙен аяҡ аҫтына ҡалдырмаҫ өсөн, уның һүҙе буйынса, йүгәнде шал тырата, шунда уҡ насар ғына аҡбуҙ ат уға ҡарай. Заятүләк тә, миңә яҙғаны ошолор тип, аҡбуҙсаны тотоп алып, йүгән кейҙергәс, буҙсаның төҫө, һыны (кәүҙәгә насар булһа ла) яҡшылығын, толпар булыуын белдерә ине.
Бер аҙ ваҡыттан һуң аталары быларға тағы берәр ҡош алырға ҡушты. Быларҙың бәғзеһе бөркөт, бәғзеһе шоңҡар, бәғзеләре ҡарсыға алдылар. Әммә Заятүләкте ситһендереп, уға ябалаҡ балаһы кеүек бер аҡҡош балаһы бирҙеләр.
Былар шул көн һәммәһе бергә ҡош сөйөргә2 сығып, ҡаҙ, өйрәк кеүек ҡоштарға үҙҙәренең ҡулдарындағы ҡоштарын ебәрҙеләр. Заятү- ләктең ағайҙарының ҡоштары бәғзеһе торна, бәғзеһе ҡаҙ һәм бәғзеһе өйрәк алды. Әммә Заятүләктең ҡошо «һигеҙ һуна» тигән ҡошто ҡыуып тотоп һәм тырнағы араһына ҡыҫтырып, Заятүләк янына кил терҙе. Былар үҙҙәренең ҡоштарын аталары — хан алдына алып барып бирҙеләр.
Хан һәр береһенә берәр алтын бирҙе. Заятүләк «һигеҙ һуна»ны атаһы алдына ҡуйғас, атаһы, быны маҡтап, ун алтын бирҙе.
Ҡош ауларға сыҡҡан Заятүләк ағайҙарына ҡарағанда күберәк ҡош ала ине. Атаһы ла бының өсөн Заятүләккә алтынды күберәк бирә ине. Бер ваҡыт ат сабыштырғанда Заятүләктең буҙ тайы ел етмәҫ арғымаҡ булып, ағайҙарының аттарын уҙҙы. Был эштәрҙең һәр береһенә, айырыуса аталарының Заятүләкте артығыраҡ яратыуына, ағайҙарының эстәре боша башланы.
Заятүләкте нисек тә берәр төрлө һәләк итмәксе булдылар. Үҙ-ара кәңәш итеп, «Заятүләкте үлтереү маҡсаты менән, алтмыш кеше бергә ҡош сөйөргә ауға сыҡтылар.
1 Ҡараҡ, ҡарағым — ҡаҙаҡта балаһын яратҡан, һөйгән ваҡытта әйтелә торған иркәләү һәм маҡтау һүҙе. Бур-уғры мәғәнәһендә түгел. (М. Ғафури иҫкәрмәһе.) 2 Ҡош сөйөү — ыласын, ҡарсыға, шоңҡар кеүек ҡоштар менән өйрәк, ҡаҙҙы типтереү, ауға сығып, ҡулдан ҡошто осороп ебәреү. (М. Ғафури иҫкәрмәһе.) 220