Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 218.

ЗАЯТҮЛӘК МЕНӘН ҺЫУҺЫЛЫУ Бынан күп замандар элек, ҡырғыҙ илендә «Ун сан уймат» тигән йортта Һарымырҡыс исемле бер хан бар ине.

Ҡул аҫтына ҡараған иле — халҡы күп, шөһрәте шәп, байлығы тамам ерендә булғандың өҫтөнә, төрлө көнкүрешкә, уйын-көлкөгә һәүәҫле ине. Был Мырҡыс хандың йәш ҡатынынан бер Заятүләк исемле ир балаһы донъяға килде.

Заятүләк, шул замандағы хан балалары ни эш менән мәшғүл булһа, нимә менән шөһрәт тапһа, ул да шулар кеүек тәрбиә алып һәр эштә һәр кемдән өҫтөн булды. Йәғни ул замандың һәнәрҙәренән булған — ат сабыштырыу, уҡ атыу, найҙалар (һөңгө) тотоу, көрәшеү кеүек нәмәләрҙең һәр береһендә Заятүләк беренсе булып һанала ине. Сикһеҙ ҙур һәм киң далаларҙа ҡош сөйөп, ҡош типтереү, был юлда оҫталыҡ менән данлы булыу ҙур һәнәрҙәрҙән һанала ине.

Заятүләк тә үҙенең ағайҙары, хан балалары менән күп ваҡытта ат сабыштырыу, уҡ атыу, ҡош сөйөштөрөү менән йөрөй торғайны. Үҙҙәренең шул һәнәрҙәрен бер-береһенән уҙҙыра, арттырыу өсөн былар араһында көнләшеү, намыҫланыуҙар ҙа булып китә ине. Оло ҡатындарҙан тыуған балалар бер һүҙҙә булып, Заятүләкте ситләтеп ҡыҫалар, нисек булһа ла, берәй һылтау табып, уны күҙҙән төшөрөргә йөрөйҙәр ине. Сөнки Заятүләк теге һәнәрҙәрҙә уларға өҫтөн булыуы өҫтәүенә өләңгә (шиғыр), думбыраға1 оҫта, төҫкә-башҡа матур, көс­ лөлөгө менән данлы һәм шул сәбәптәр өсөн хан иле, үҙенең йорто, ағай-энеләре Заятүләкте, башҡаларға ҡарағанда, артыҡ ярата торған­ дар ине. Көндәрҙең береһендә хан үҙенең ун ике ҡанатлы тирмәһенә2 балаларын саҡыртты. Хан балалары һәр береһе бер төрлө кейемдә ине. Йәғни баштарына шул замандың хан балалары кейә торған матур йәйге эшләпәләр кейгәндәр, өҫтәренә ебәк сапандар кейеп, билдәрен быуғандар, көмөшлө хәнйәрҙәрен алтынланған ҡындарға һалып, бил­ дәренә таҡҡандар ине.

Аталары (хан) янында данлы бейҙәре (бәктәре), аҡыл эйәләре ултыралар ине. Балалары атайҙары янына барып кергәс тә, сәләм бир­ ҙеләр. Аталары (хан) аманлыҡ-һаулыҡтарын һорашты. Балаларын берәр-берәр күҙҙән үткәреп, ҡылған эштәрен һорашты. Хан, балала­ рының матурлыҡтарын күргәс, шатлығынан уларға сөйөр өсөн берәр 1 Думбыра — ике ҡыл менән генә яһалған, балалайка кеүек уйын ҡоралы. Был көндә башкорт араһында исемен белеүсе лә аҙ. Ҡырғыҙҙарҙа думбыра өй һайын бар. (М . Ғафури иҫкәрмәһе.) 2 Тирмә —кейеҙ өй — уттай эҫе йәй көнөндә күсмә халыҡтың тора торған урыны. Кескенәләре 5—6 ҡанатлы була. Байҙарҙа һигеҙ-туғыҙ ҡанатлы була. 11— 12 ҡанатлыһы бик байҙарҙа ғына йәки хандарҙа ғына була. Боронғо башҡорттар йәйләүҙә йөрөгәндә тирмә менән йөрөгәндәр. Был көндә ҡырғыҙҙарҙа һаман бар.

219
Закрыть