Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 217.

Шәфҡәтһеҙ кешеләрҙең күңеле кеүек ҡаты, рәхимһеҙ ҡышҡы һал­ ҡындар бөтөп, нурлы һәм эҫе ҡояш нурын бөтә донъя йөҙөнә сәсеп, тереклек әҫәре бирә торған ваҡыттар еткән, йәғни май ахырҙары булған ине. Көндөң матурлығынан, һауаның сафлығынан бөтә йән эйәһе шат булып, һәр береһе рәхәтлектә ине.

Бына шул ваҡытта Шәрифтең был ҡаланан илле саҡрым ҡәҙәре йыраҡлыҡта булған, ауылына китә торған юл менән бер ҡатын китеп бара ине. Ул ҡатын ҡояш эҫелегенән янып ҡыҙарған, бәләкәй арбаһын тартып бара торғас, тамам арыған ине. Был ҡатындың дүрт-биш йәш­ лек ир балаһы менән ете-һигеҙ йәшлек ҡыҙ балаһы үҙенән егерме-утыҙ сажин артта ҡалып баралар ине. Арбаһында ла бер имсәк балаһы бар ине. Бына был ҡатын Бәҙри булып, балалары ла Хоҙайбирҙе менән Гөлйыһан ине. Шәриф, шул ауырыуынан терелә алмайынса, ҡыштың ахырында вафат булған ине.

Шәриф ауырып ятҡан ваҡытта Бәҙри, балаларын теләнеп туйҙы­ рып торҙо. Был ваҡытта Бәҙриҙең күрмәгән ауырлыҡтары ҡалманы. Ул хәйерселәрҙең дә иң оятһыҙы булды. Был ауырлыҡтарҙың бөтәһе, Шәрифтең үлеүенә ҡарағанда, бик еңел булып ҡалды. Икешәр-өсәр көн ас тороп иламаған Бәҙри, Шәриф үлгән ваҡытта иланы. Бының өҫтөнә, Шәриф үлгәндән бер аҙна һуң, эсендәге балаһы донъяға килде. Бына ул шул ваҡытта аслыҡтың ауырлығын татыны. Үҙе бер ергә лә сыға алмағанға күрә, Гөлйыһан менән Хоҙайбирҙе теләнеп йөрөй башланылар. Ул ваҡыттар ҙа үтте. Ҡар бөтөп, арба юлы төшкәс, ауыл еренә ҡайтырға уйлап, ҡаланан сығып китте. Эҫе көндә, имсәк бала­ һын арба менән һөйрәп, ике балаһын эйәртеп, юл менән барған ҡатын бына шул Бәҙри ярлы ине.

1907йш, сентябрь •к Ж Jc
Закрыть