Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 216.

Ҡараңғы төн үтеп, көнсығыштан таң яҡтырған ваҡытта, Йәмилә, күҙен тултырып, бөтә тирә-яғына ҡараны. Бәҙриҙәргә: «Мин һеҙгә бурыслымын, мине тәрбиә иттегеҙ, мин ҡайтара алмай киттем», — тигән кеүек ҡараны ла ике бөртөк күҙ йәшен сығарҙы. Был ҡараңғы ҡәбәхәт донъянан теге донъяға китте. Балаһы, был донъяның насар­ лығын белгән, һинең йөҙөңдө күрмәйем тигән кеүек, әсәһе ҡары­ нында китте. Йәмилә, бик тыныс, рәхәтләнеп һуҙылып ятты. Бәҙри, килтереп өҫтөнә бер аҡ таҫтамал япты.

Иртән торғас, Бәҙри Йәмиләгә ҡайҙан кәфен аласаҡ? Нисек итеп ҡара ҡәбергә күмәсәк? Йәмилә үлде лә, донъяның бөтә ҡәһәр һәм йәберенән, уның күрһәткән ауырлыҡтарынан ҡотолдо. Инде уны һөйрәп сығарып ташлаһалар ҙа үкенмәй. Теге ваҡытында, ҡыуылып сығыуы өсөн, ике күҙенән йәш ағыҙһа ла, инде уның күҙҙәре йомолған йәш ағыҙыуҙан туҡтағандар. Инде ул кешеләрҙән туҙан ҡәҙәре булһын, булышлыҡ һәм ярҙам һорамай.

Ләкин уның ауырлығы Бәҙригә ҡалды. Шулай булһа ла, иртән булғас, Йәмиләне, үлде инде, тип сығарып ташламанылар. Үҙе кеүек ярлылар, күршеләре ҡәбер ҡаҙып, күмеү өсөн ярҙам иттеләр.

Унан-бынан йыйып, кәфен дә алдылар. Әллә ни ҡәҙәр сабаталы ярлылар мәйетте күтәреп, мәсет алдына йыназа уҡытырға алып бар­ ҙылар. Иң ауыр эш — йыназа уҡырға килмәйенсә хәҙрәттең сәғәттән артыҡ көттөрөүе булды. Ярлылар, өшөмәҫ өсөн, һәр береһе бейеп йөрөй торғас, бөтә мәсет алдын тап-таҡыр итеп бөтөрҙөләр.

Йәмилә хәл теле менән: — И, хәҙрәт! Минең һеҙҙең йыназа-фәләнегеҙгә мохтажым юҡ, тере ваҡытымда күргән хурлыҡтарым етер инде, инде үлгәс, минең һөйәгемде тиҙерәк ҡара ҡәбергә ебәрегеҙ! Дүрт мәртәбә тәҡбир әйтергә ауырһынмағыҙ. Минән һеҙгә тейәсәк бер тинем булмаһа ла, йыназа уҡып ҡына бирегеҙ. Бында торған был кейемһеҙ ярлыларҙы ҡыҙғаны­ ғыҙ, — тигән төҫлө була ине.

Бер-ике сәғәттән һуң мулла килеп йыназа уҡыны ла: — Барығыҙ, инде алып барып күмеп ҡайтығыҙ, — тип, йылы өйөнә кереп китте.

Уны күтәреп ҡәбергә алып киткән ваҡытта ла, юғарыла әйтелгән, ҡатындар саҡырған байҙың өйө янынан алып киттеләр, Йәмиләнең теле булһа: «Йәнем! Һин мине өйөң алдынан, эт кеүек итеп ҡыуып ебәргән инең. Инде мин шул дәрәжә бәхетле бер хәлдәмен, һинең мал һәм мөлкәтең минең күҙемә сүп ҡәҙәре лә күренмәй, һин инде үҙеңдең был малдарың бер нәмәгә лә яраҡһыҙ икәнен аңлар инең! Инде минең күҙемә һинең ебәк күлдәктәрең өҫтөмдәге кәфен ҡәҙәре лә күренмәй­ ҙәр. Мин инде тигеҙлек донъяһына сыҡтым, бында икебеҙҙең арала туҙан тиклем айырма юҡтыр», — тигән һүҙҙәрҙе әйтер ине. Бына шунан бер сәғәттән һуң Йәмиләне ҡара ҡәбергә, мәрхәмәтле ер ҡуйы­ нына илтеп күмделәр.

217
Закрыть