Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 215.

тырышлыҡ менән булһа ла, тар ғына өйҙө яҡты итергә көс түгә ине. Тәҙрәнең боҙо, лампа йылыһы менән, аҙ ғына иреп, күҙ йәше кеүек булған, һалҡын тамсылар яһаған ине.

Ғөмүмән ҡарағанда, өйҙөң эсе, үҙалдына үҙе, ярлылыҡтан зарлана, Йәмиләне ҡыҙғана төҫлө ине. Йәмиләнең эсендә булған бәхетһеҙ бала, әйтерһең, бындай михнәтле донъяға, хәсрәтле өйгә, ярлы тормошҡа тыумаҫ өсөн: «Инде мин тыумам, тәрбиәсеһе юҡ әсәмде үҙем менән бергә, ошо өй кеүек ҡәбергә алып барырмын», — тигән кеүек тойола һәм был донъяға килмәҫкә, тыумаҫҡа талашып, Йәмиләне һушһыҙ- ландыра ине.

Бала ысындан да тыуманы, Йәмиләнең ыңғырашҡан тауышына Бәҙри йоҡоһонан уянды. Күҙен тырнап, Йәмилә янына килде һәм бер сара табыр кеше кеүек: — Йәмилә! Йәмилә! — тип хәлен белергә теләһә лә, яуап ала алманы, Йәмилә аҡайған күҙҙәрен әйләндереп, ҡулы менән ишара итеп уға: «Инде минән яуап көтмә, минең хәлем бөттө, бәхетһеҙ ғүме­ ремдең аҡтыҡ сигенә ирештем», — тигән кеүек булды.

Бәҙри был хәлде күргәс, ҡайҙа барырға белмәне, Шәрифтең әйтеүе буйынса, йыраҡ түгел күршеләге әбейгә йүгерҙе. Ҡап-ҡараңғы төндә, урам эттәрен өрҙөрөп барып, әбейҙе уятгы.

Бындай ярлыларға әбей ниңә килһен?

— Ете төн уртаһында йөрөй алмайым, күҙем күрмәй, — тип кенә яуап бирҙе. Бәҙри, әбейгә нимә әйтергә белмәй, йәне әсеп: — Байҙар булһа, барыр инегеҙ, ярлыларҙың үлгәне-терелгәне һеҙгә барыбер шул, — тип, кире ҡайтып китте.

Ауырыу көйөнсә булһа ла, Шәриф тороп ултырған булды, Йәмиләне ҡыҙғанып, күҙенән йәш ағыҙырға теләй ине. Бәҙри, ике ҡулын ыуып: «Ай Алла!..» — тип тороуҙан башҡа бер эш тә эшләй алманы, Йәмиләнең һулышы, тын алыуы ауырайып, йән сығыр ваҡыты еткәс, Бәҙри: — Әллә үлә инде, һин, ҡара әле! Ясин да сығыр кеше булманы, — тине.

— Бәҙри, юҡ өсөн ҡайғырма, Йәмиләнең бында теләнеп йөрө- үенән, рәхәтлек йорто булған мәңгелек тормошҡа барыуы мең тапҡыр артыҡтыр, Йәмилә инде тыныс ләхеткә барасаҡ, тупраҡ Йәмиләне ҡуйынына алып, мәрхәмәтле һәм шәфҡәтле әсәләр кеүек, ҡосаҡлап һаҡлаясаҡ һәм әсәләр бурысын күрһәтәсәктер, Йәмиләнең түбә таҡ­ таға ҡарап, аҡайып ҡалған күҙҙәре, хәл юҡлыҡтан хәсрәтһеҙ ҡалған кәүҙәһе үҙенә һөжүм итәсәк үлемде көтә, бөтә өйҙәге нәмәләргә, хатта донъяға тулы нәфрәт һәм әһәмиәтһеҙлек менән ҡарайҙар. Уларға хурлыҡ һәм мыҫҡыл ҡарашы менән ҡарап, үҙенең был тормоштан ҡотоласағына тамам ышанғанын белдерә ине. Ысындан да, Йәмилә асыҡ йөҙө, саф күңеле арҡыры был донъя менән һаубуллашты. Бәҙри был серҙәрҙе белмәһә лә, инде үлгәне лә яҡшы, бында торғанда ла рәхәт күрә алманы, тип уйлап ҡуйҙы.

216
Закрыть