Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 214.

теләнергә тура килә, уның өҫтөнә, тәрбиәсеһеҙ яткан ауырыуҙарҙы ла ҡарау Бәҙри өҫтөнә төштә. Бына бөгөн дә сығып китте, өйҙә ятҡан ауырыуҙарға Гөлйыһан ғына һыу-фәлән биреп торҙо.

Бәҙри теләнеп ҡайтҡансы, кис тә булды. Ҡайтыу менән һыуға барып килде лә, ирен тәрбиәләп, унан һуң Йәмиләнең хәлен һораны. Был ваҡытта Йәмиләнең хәле бик ауырайған ине. Ул Бәҙригә ҡарап, аҡрын ғына тауыш менән: — Хәлем бик насар, һөйәктәрем таралып бара, бик оялам, ике араға минең шаршауҙы ҡороп ҡуй әле, — тине.

Бәҙри, хеҙмәт итергә әҙер генә торғанға күрә, бик тиҙ тороп, шар­ шауҙы ҡороп та ҡуйҙы. Ваҡ-төйәк эштәрен бөтөргәс, самауыр ҡайна­ тып, сәй эсергә керештеләр. Ләкин был сәйҙәре, әүәлдәге сәйҙәре кеүек ләззәтле, күңелле түгел ине. Ике ауырыу ике урында уфылдап ята. Йәндәре тамам рәнйеп, үҙҙәренең ауырыу икәнлектәрен, торош­ тарынан уҡ белдерәләр ине.

Бәҙри бер сынаяҡ сәй яһап, Шәрифтең алдына ҡуйған булды, икенсе сынаяҡ аҫтына яһап, Йәмиләгә бирҙе. Улар сәй эсһә, үҙенә кү­ ңелле булыр төҫлө булды, «әсегеҙ әле» тигән кеүек ҡарап торҙо. Ул бөтә барлығы менән уларҙы ҡыҙғана ине.

Уларҙың бер ҙә әсәһе килмәгәнгә күрә, шул берәр сынаяҡ сәйҙе эстеләр ҙә, донъянан өмөт өҙөп, ҡул һелтәгән кешеләрсә, урындарына яттылар.

Бөгөн Гөлйыһан менән Хоҙайбирҙе лә, әүәлдәге ит бешергән көндәге кеүек, шат түгелдәр ине. Бала булһалар ҙа, ҙурҙарҙың был хәлдә булыуы, быларға тәьҫир иткән ине. Шулай булһа ла Хоҙай­ бирҙе: — Әсәй, миңә атай сынаяғына сәй яһап бир, — тине.

Былар бик күңелһеҙ сәй эскән ваҡытта, шаршау артында мөйөштә Йәмилә ыңғыраша, өмөтөн яңғыҙ Аллаға ғына бәйләп, ауыҙынан ҡат-ҡат: «Уф алла!» — тигән һүҙҙе сығара ине.

Бер аҙ торғас, ҡараңғы төшөп, өйҙө бигерәк күңелһеҙ бер хәлгә килтерҙе. Бәҙри бер өслө лампа табып яндырҙы ла, тәҙрә төбөнә ҡуйҙы. Бер аҙҙан һуң, Бәҙри ҙә, балалар ҙа йоҡоға киттеләр.

Йәмилә яңғыҙ ғына һаташып ята бирҙе. Уның күҙенә әллә нимәләр күренде. Ул үҙенең бик ауыр бер хәлдә икәнен бәғзе ваҡытта ғына һиҙһә лә, ҡайһы ваҡытта бөтөнләй һушһыҙ булып, үҙенән үҙе хәбәрһеҙ рәү­ ештә ята ине. Өйҙө тышҡы яҡтан ҡар баҫып киткәнгә күрә, эсендә бер тауыш та ишетелерлек түгел ине. Өй эсендә Шәрифтең ғыжлауы менән Йәмиләнең ыңғырашыуы, уларға ҡушылған фәҡирлек билдәһе булған һис туҡтауһыҙ һайрап торған, хәсрәтһеҙ сиңерткә тауышынан башҡа тауыш юҡ ине. Фәҡирлек менән ауырыу был ярлыларҙы үлектәр хәленә кереткәнлектән был өй гүйә үлектәр урыны төҫлө тора. Бары тик сиңерткә тауышы ғына, өйҙә йән эйәһе барлығын белдерә ине.

Тәҙрә төбөндә ултырған, үҙ уйынса, бик күп яҡты бирәм, тигән төҫлө торған өслө лампа, туҡтауһыҙ, күңелһеҙ генә нурын сәсә, бик 215
Закрыть