Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 213.

IX Ю ғарыла яҙылған өйҙөң һикеһе өҫтөндә ятҡ ан Ш әриф , саҡ -сак ҡ уҙғалып, тороп ултырҙы. Уны ң йөҙө һарғайған, ирендәре ки пкән, күҙҙәре бик йәмһеҙләнеп эскә баткан, ауыртҡ ан башын ҡ ап-ҡ ара иҫке яулыҡ менән бәйләгән ине. Ш әриф тең керләнеп һәм һаҫып бөткән берҙән-бер күлдәген бөгөн Бәҙри йыуып киптерергә ҡ уйған, ул ваҡ ыт­ лыса, күлдәк урынына сәкмәнен кейгән ине. Янында бер туҫтаҡ менән һыу, уның янында бер телем арыш икмәге тора ине. Ятҡ ан еренән торғас, бик ауырлыҡ менән генә, ике аяғын алға табан һуҙып, мамыҡ ­ тары сығып ялбырап торған юрғанды аҡ рын ғына аяғына ябып ҡ уйҙы, үҙе биҙгәк тотҡ ан кешеләрсә, дер-дер ҡ алтырай, нимәлер эҙләнгән кешеләрсә, тирә-яғы на ҡ арана ине.

Өйҙә Ш әриф тең бик йыш уфылдауынан, Хоҙайбирҙенең мейес башында әллә нимәне ты ҡ -ты ҡ иттереп бәреүенән башҡ а бер тауыш та юҡ ине.

Бөгөн, аҡ са таба торған йома көн булғанға күрә, Бәҙри мәсет ишеге алдына теләнергә тип киткән ине. Аҙ булһа ла, файҙа булыуҙы уйлап Бәҙри, иҫке нәмәләрҙән махсус бишмәт тегеп, билен быуҙырып, бик йәтеш бер «кескәй хәйерсе» һүрәтенә керетеп Гөлйыһанды ла үҙе менән алып киткән ине.

Йәмилә лә, башҡ а эш табыуҙан мәхрүм булғас, Бәҙри менән мәсет алдына барған ине. Былар, кискә ҡ аршы бик ҡ ыҙыу ғына атлап ҡ ай­ тып керҙеләр. Үҙҙәренсә, бик йыраҡ ергә барып, бик күп эш бөтөргән кешеләр кеүек, уйнап-көлөп ҡ айтҡ ан булдылар.

Гөлйыһан ҡ айтып кереү менән Хоҙайбирҙегә ҡ арап, үҙенең нисек йөрөгәнен һәм ҡ айҙа барып ҡ айтҡ аны н, сабыйҙарса, маҡ танып һөй­ ләне. Бәҙри төрлөсә уйлап, ашау-эсеү өсөн, нисек булһа ла, аптырамаҫ кеүек күренде. Уны ң өсөн иң ауыр күренгән нәмә — Ш әрифтең ауырып ятыуы ине.

Кис булды, Йәмилә үҙендә бер ауырлыҡ һиҙә башланы. Был ауы­ рыу башҡ а ауырыуҙар кеүек түгел, әллә нисек ине. Ауырыуының яйын, рәтен һөйләгәс, Бәҙри: «Ә, тулғаҡ икән», — тине. Үҙенең ваҡыты етеп килгәнен белеп йөрөгән Йәмилә, был һүҙгә иҫе китмәҫкә тейешле булһа ла, иш еткәс, ниңәлер, йөҙө ағарып китте. Уны ң башынан: «Яңғыҙ сағымда тамаҡ туйҙыра алмай инем, балалы булғас, нисек булыр һуң? Яңы ғына ҡ ыҙ булып йөрөп, ҡ атын булған инем, инде балалы ҡ атын буласаҡ мын. Уйлап торһаң, был бик еңел бер эш түгел», — тигән уйҙар үттеләр.

Йәмилә төн буйына ауырыны. Иртән торғас Бәҙри, самауыр ҡ уйып, Ш әриф менән Йәмиләгә сәй яһап бирһә лә, берәй сынаяҡ тан артыҡ эсә алманылар. Йәмиләнең ауырыу булыуы Бәҙри өсөн ҡ ыйын­ лыҡ ты тағы ла арттырҙы. Яңғы ҙ ҡ атынға ике ауырыуҙы тәрбиә итеүе, тураһы, бик ауыр эш . Һәр көн хәйер һорашырға, өйҙән-өйгә йөрөп 214
Закрыть