Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 212.

ине. Мәсет алдына, йоманан бер сәғәт элек, ҡарттар менән ҡарсыҡтар, аяҡһыҙ-ҡулһыҙҙар, тол ҡатындар менән эш таба алмаған ирҙәр, етем балалар, йәш кенә ҡыҙҙар шығырым булып килеп тулған ине.

Беҙҙен Бәҙри ҙә, үҙенә хәйерселек билдәһе яһап, биленә тоҡ ҡыҫтырған көйөнсә, туп-тура мәсет ҡапҡаһы төбөнә килде лә ярлылар сафына кереп китте. Күп тә торманы, төркөм-төркөм мосолман йәмәғәте, йома намаҙын үтәү өсөн, мәсеткә кереп китә башланылар. Ярлылар, өҫтө-өҫтөнә тығылып, ҡыҫылышып: «Бай ағай, бер тин генә саҙаҡа!» — тип ҡулдарын тыҡтылар, һәр бер байҙың алдына, «Алла өсөн» һуҙылған йөҙҙәрсә ҡулдарҙың эйәләре ауыҙынан сыҡҡан: «Ағай, бер тин генә саҙаҡа!..» — тигән тауыштары күктәргә сыҡты. Ас ауыҙҙарҙан, хәс­ рәтле күңелдәрҙән сыҡҡан был әҫәрле һүҙҙәр, үтенеү менән булған һо­ рауҙар туҡ ауыҙлы, шат күңелле кешеләргә артыҡ тәьҫир итмәй ине.

Яҙғы көндә арыҡланған, ябағаһын ҡойған арыҡ тайҙар кеүек булған был ярлылар, арлы-бирле сайҡалалар һәм ҡысҡырышалар ине. Башҡа ярлылар күпме аҡса алғандарҙыр, беҙҙең Бәҙри был йома көн һигеҙ тин ярым аҡса алып ҡайтгы. Был һигеҙ тин аҡса бер ғаиләнең тәрбиәһе өсөн, әлбиттә, күпкә бармаҫ. Шунан һуң һәр көн йома ла булмаҫ. Шуның өсөн шәмбе көнгә ашарға табыуҙы Бәҙри үҙенә бурыс кеүек күрә ине. Бәҙри шул бурысты үтәп, еренә еткерер өсөн, иртән торғас, ҡапсыҡ тотоп теләнергә сығып китте. Мосолман, рус тип, мил­ ләт айырмаһына ҡарамай, рәттән йөрөп, ваҡ-төйәк, күмәс киҫәктәрен йыйып алып ҡайтгы.

Был күмәс һәм икмәктәрҙән иң тәмлеһен һайлап алып, ауырып ятҡан Шәрифтең алдына ҡуйҙы ла: — Ашап ҡара әле, бына был аҡ күмәс бик тәмле, әллә майға ҡушып бешергәндәр инде, әҙерәк терелеүеңә сәбәп булмаҫмы икән? — тине.

Шәриф, ҡалтырап торған ҡулы менән саҡ-саҡ тотоп, күмәсте ауыҙына килтереп ҡабып алды ла: — Юҡ инде, бер ҙә ауыҙымдың тәме ҡалмаған, һаулыҡ— ҙур бай­ лыҡ икән, ағай! Бына нисек, май кеүек тәмле күмәсте лә ашағы килмәй, — тине. Бәҙри уны йыуатмаҡсы булып: — Аҙыраҡ торғас ашарһың. Ауырығас шулай була инде, — тине лә үҙе, ҡапсыҡты бушатып, Хоҙайбирҙе менән Гөлйыһанға берәр киҫәк икмәк бирҙе. Мейес алдында күлдәгенең ҡулбашына ямау һалып ултырған Йәмиләне лә буш ҡалдырманы. Уға ла бер киҫәк һуҙҙы. Үҙе лә бер һыныҡ алып ашарға кереште. Икмәк һағынып ас торған ярлы­ лар өсөн, был иҫке һәм ҡаткан киҫәктәр ни тиклем тәмле икәнлегендә шик бармы? Мөхәббәт менән бер-береһенә ҡарашып, алдарына төш­ кән валсыҡтарҙы сүпләп ултырыу, быларҙың күңелен аса ине. Ситтән ҡарап торған кеше: «Әллә ярлылыҡта ла берәй төрлө ләззәт бармы икән?» — тип уйларлыҡ ине.

213
Закрыть