ғаиләне тамам бер-береһенә бәйләндергән ине. Шәриф һүҙ башла ғанда, башҡалар ихлас менән тыңлап, уның һәр һүҙен дөрөҫ тип хөкөм иткән төҫлө ултырыуҙары, Хоҙайбирҙенең һирәк-мирәк: «Ҡара әле, әсәй, Гөлөй мине үсекләй» — тип ҡысҡырыуы, былар араһында ла көслө-көсһөҙҙәрҙең барлығын белдерә ине. Быларҙың көндәре шулай үткән ваҡытта артыҡ хәсрәтләнәсәк түгелдәр ине. Фәҡәт был рәхәт лектәре оҙаҡ дауам итмәне. Күңел өсөн булһын, бер бөртөк ҡар яумай башлаһа, был ярлылар, ҡороға ташланған балыҡ кеүек, тыпырҙап, аптырашта ҡалалар ине.
Әлдә был ваҡытта Йәмилә, аҙ-маҙ табып торғанға күрә, шуны уртаҡлашып ашайҙар ине. Ҡыштың ғинуар ваҡыты булғанға күрә, көн һаман һалҡын булып, сығыу менән тундыра, ҡалтырата башлай ине.
Әллә нисә көн аслы-туҡлы торған Шәриф, бик һалҡын булһа ла, ғәҙәтенсә, балтаһын тотоп сығып китге. Юғарыла әйтелгән, ярлылар тора торған урынға барып ҡушылды. Ике-өс сәғәт буйына эш көтә торғас тамам тунды, һалҡын эсенә ҡәҙәре үтте. Аталыҡ шәфҡәте менән балаларҙы туйҙырыуҙы ниәт итеп, үлер дәрәжәгә килде. Шулай торғанда, бәхетенә, эш табылып, эшләргә китте. Кискә ҡәҙәре эшләп, саҡ өйөнә ҡайтып керҙе. Бының эсенә ҡәҙәр үткән һалҡынлыҡ уны ауырыуҙар иҫәбенә кереткән ине. Ас булыуына ҡарамаҫтан, бер нәмә лә ашамайынса, сәй генә эсте лә, тиҙерәк йоҡларға ятты. Шәриф төн буйынса ауырып сыҡты, иртән урынынан да тора алманы.
Шәриф ауырығандан һуң, ашарға табыу бурысы Бәҙри өҫтөнә йөк ләнеп ҡалды. Был көндән һуң Бәҙри ҙә Йәмилә менән бергә шырпы фабрикаһына барып эшләй башланы. Иртүк тороп сәй эскән булалар ҙа, ашығып шунда китәләр. Көн буйы эшләп, кис ҡайталар ине. Бында эшләп торғанда быларҙың хәле бер көйөнсә яҡшы барҙы.
Ләкин ярлылыҡ һәм бәхетһеҙлеккә дусар булған кешеләрҙең эше, һис бер ваҡыт бер көйөнсә, яҡшы дауам итмәй, бәлки бик тиҙ икенсе төрлөгә әйләнеп китә.
Былар шунда яҡшы ғына эшләп йөрөгән ваҡытта, шырпы фабри каһына ла ҡаза килеп, ут сығып, бағаналарына ҡәҙәр янып бөттө.
Шырпы фабрикаһы тарафынан быларҙың ризығы киҫелде. Бы ларҙың баштарына тағы, ни эшләргә, ҡайҙан ашарға табырға, ҡайҙа барырға, тигән һорауҙар төштө. Ас көйөнсә, бер-ике көн тороп, өсөнсө көн Бәҙри, ни эшләргә белмәйенсә, саҙаҡа һорарға булһа ла китмәксе булды.
Инде Бәҙри, яңғыҙ башым булһа, бик рәхәт булыр ине, тип Йәмилә кеүек булаһы килә башланы. Яңғыҙ ҡатынға ике бала менән бер ирен туйҙырып тороу, әлбиттә, еңел бер эш түгел.
Иң элек, бөгөн йома ваҡытында, мәсет ишеге алдына бармаҡсы булып, сығып китге. Бәҙриҙең уйынса, мәсет ишеге алдында һораныу хәйерселектең иң еңелерәк дәрәжәһе кеүек күренде. Ундағы хисапһыҙ хәйерселәр араһында тороуы артыҡ намыҫһыҙлыҡ кеүек тойолмай 212