Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 210.

бәғзеләре теләктәренә ирешә алалар. Бәғзеләре тормоштарын еңеләй­ тәләр. Бәғзеләре һаман шулай, тормош майҙанында һуғыш менән көндө үткәрәләр. Бәхетһеҙҙәре, шул тормош майҙанында еңелеп, тормоштоң ҡаты тулҡындары араһында юҡ булып китәлер.

Беҙҙең Йәмилә, үҙенең фекере ирешкәнсе, хәле бөткәнсе ризыҡ эҙләп йөрөнө. Унда барҙы, бында килде, ләкин һаман яңғыҙ тамағын туйҙырып тороуҙан мәхрүм ине. Ҡағылып-Һуғылып йөрөй торғас, таныштары арҡыры ишетеп, үҙе кеүек иҙелгән һәм бәхетһеҙ ҡатындар менән бергә, шырпы фабрикаһына эшкә барып керҙе. Бында шырпы манып тороп, көнөнә ун биш тин көнлөк ала башланы. Бында эшләү­ селәрҙең иң аҙ ала торғаны ла Йәмилә һәм Йәмилә менән шырпы шылдырып тороусылар ине. һәр көн ун биш тин. Өҫтән ҡарағанда, бик аҙ булһа ла, аҡса күрмәй үҫкән, ризыҡ табыуҙан мәхрүм ҡалған Йәмиләгә бик күп күренә ине. Тураһы, өйҙән-өйгә йөрөп, бер һыныҡ күмәс эҙләүгә ҡарағанда, бында эшләп, һәр көн ун биш тин аҡса алыу бик яҡшы ине.

Ундағы, әллә нисә дәрәжә эҫелеккә, әҙәм сыҙай алмаҫлыҡ һаҫыға өйрәнеп киткәнсе, Йәмиләгә бик ауыр булды. Бара торғас, Йәмилә быларҙың һәр береһенә күнә башланы. Ул унда һәр көн бара, эшләй, тирләп-янып ҡайта, шуның менән тамағын туйҙыра ине.

Йәмилә былай үҙе башлап аҡса таба башлағас, Шәриф менән Бәҙри үҙ-ара һөйләшеп, Йәмиләне өйҙәш итеп, үҙҙәре янына алмаҡсы булдылар. Йәмилә, быларға өйҙәш булып кереүҙе бик яратҡанға күрә, баш өҫтө, тип ҡабул итте.

Был көндән һуң, был ярлылар өйҙәш булып, эшләп тапҡан аҙ-маҙ нәмәләрен уртаҡлашып, бергә-бергә көн итә башланылар, Йәмилә Бәҙриҙәргә өйҙәш ҡатын булды. Был эшселәр, йәғни Шәриф менән Йәмилә, көндөҙ хеҙмәт итеп, кис ҡайтып, бер ҙә хәсрәтһеҙ төҫлө, бик татыу торалар ине.

Берәр көн эш булмайынса, ас ҡалырға тура килһә, уларҙың быға артыҡ иҫтәре китмәне. Ярлылыҡҡа тамам өйрәнгәнгә күрә былар, иртәнге көндөң нисек буласағы һәм нисек үтәсәге тураһында ҡайғырт­ майҙар ине.

Аптырап тороу, ас көйөнсә көн үткәреү былар өсөн ғәҙәт һәм тә­ биғи булып киткәнгә күрә, юҡлыҡтан зарланыу ҙа бөтә башлаған ине.

Быларҙың тамағы арыш икмәгенә туйып торһа, башҡа бер нәмә лә кәрәкмәй, икмәккә туйған көндәрҙә хәсрәттәре булмай торған ине. Быларға иң ләззәтле нәмә — берәр телем икмәкте тотоп, пар ярым сы­ наяҡтан нәүбәт менән сәй эсеп, үҙҙәренә лайыҡ һүҙҙәрҙе уртаға һалып һөйләшеп, мөхәббәт менән ултырышыу ине.

Шәрифтең түрҙә аталыҡ дәрәжәһендә, Бәҙриҙең самауыр эргә­ һендә әсә вазифаһында, Йәмиләнең Шәрифкә күренмәйенсә сит ҡатын булып, самауырға ышыҡланып ултырыуы, балаларының, иркәләнеп, Шәриф менән Бәҙри араһында ултырыуҙары был ярлы 211
Закрыть