— Илсегә үлем юҡ, Фәхри ағай, беҙ ахун хәҙрәт ҡушҡанға килдек. Беҙҙең менән бармаһаң да, барыбер икенсе кешеләр килеп үҙенде алып китерҙәр, уңда халыҡ бик ҡыҙған! — тине. Уларҙың был һүҙҙәре нән һуң Фәхри бабай тағы ла уйға ҡалды, ҡалтыранып китте, бик ҡыҙ ғаныс рәүештә тағы ла Хәмиҙә әбейғә ҡараны. Мин ғүмеремдә уның былай ҡыҙғаныс һәм йыуашланған сағын күргәнем юҡ ине. Хәмиҙә әбей бик меҫкен тауыш менән: — Барып ҡайт инде, Хоҙай тәҡдирҙә шулай яҙғандыр, тәҡдирҙә яҙғанды күрмәй булмаҫ! — тине. Уның һүҙенән һуң Фәхри бабай, һуйырға алып барыла торған һарыҡ кеүек ҡурҡынып, аҡрын ғына урынынан торҙо, һәм: — Мин ни йөҙөм менән халыҡ күҙенә күренәйем? Был көндәрҙе лә күрер көнөм бар икән! Ҡарт көндәремдә ата-баба күрмәгән хурлыҡҡа төштөм, — тине лә, атлар-атламаҫ ҡына, теге кешеләргә эйәреп сығып китте. Мин уның артынан, ул халыҡ араһына барып еткәнсе, эйәреп барҙым. Фәхри бабай, башын түбән эйгән хәлдә халыҡ араһына инеп юғалды.
Мин бер яҡ ситтәрәк тороп, Ғәлимә апайға нимә буласағын көтөп тормаҡсы инем дә, оҙаҡ көтөргә тура килмәне: шундағы ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙар һәм малайҙар миңә лә шул ипкә ҡатнашҡан бер кеше төҫлө итеп ҡарап, ҡайһы береһе миңә бармаҡ менән төртөп күрһәтә башланылар. Уларҙың был эштәре минең йөрәккә уҡ кеүек булып ҡаҙалды. Эш уның менән генә бөтһә тағы бер хәл ине. Ләкин улай ғына бөтмәне; теге ҡатындар араһынан сулаҡ Насир ҡатыны, мине башҡаларға күрһәтеп: — Ана, Закирҙың ҡәйнеше лә килгән, еҙнәһе менән апаһын ҡаршы алырға килгәндер, — тине. Уның шул һүҙҙәренән һуң икенсе береһе: — Еҙнәһенең бәке биргәнен көтә торғандыр, кейәү ингәндең иртә геһенә бәке бирәләр бит! — тине. Өсөнсө береһе: — Бәке бирә торған еҙнәләр келәт артында булмайҙар улар, келәт эсендә, сымылдыҡ эсендә торалар, — тип үртәне. Уларҙың һүҙе арты нан бер малай минең эргәмә йүгереп килеп: — Ҡайҙа, ҡыҙыл һаплы бәке алдыңмы? — тип һораған булды.
Мин быларҙың шундай зәһәрле һүҙҙәрен, төртмә телдәрен ишет кәс, түҙә алмайынса, ғәрләнеп ҡайтып киттем.
Мин ҡайтып бер аҙ ғына тороу менән, урамда тауыш күтәрелде. Әллә ни тиклем кешеләрҙең ауыҙҙарынан сыҡҡан был тауыштарҙың айырым һүҙҙәрен аңлап булмай, тик ҙур баҙарҙағы тауыш кеүек, бөтәһе лә бергә ҡушылып, бөтә урамды яңғырата ине.
Мин был тауышты ишетеү менән, тағы ла урамға сыҡтым һәм беҙ ҙең яҡҡа ағылып килә торған халыҡ ташҡынына осраным. Быларҙың иң алдарынан Ғәлимә апай менән Закир ағайҙы килтерәләр ине. Хәҙер Ғәлимә апайҙың шәле битен ҡапламаһын өсөн уны башына уратып, артҡа бәйләгәндәр, йөҙө асыҡ булып, бөтә битенә ҡара буяғандар һәм 22