— Кисә мин һине эшкә саҡырған инем саҡырыуын, беҙҙә, ахыры, эш булмаҫ, һеҙҙең кем икәнлегегеҙҙе белмәйем, ирең ниңә ташлап китте һуң? — тине.
Йәмилә, эш булмаҫ, тигән һүҙҙе ишетеп, тағы хәсрәтләнеп китте һәм: «Ирең ниңә ташланы?» — тигән һорауға ҡыҙарып: — Мин уның ниңә ташлап киткәнен үҙем дә белмәйем инде, уның минең менән тораһы килмәгәндер.
— Ни өсөн тораһы килмәй? Әллә бик уҫал булдыңмы? — тигәс, Йәмилә ҡып-ҡыҙыл булып: — Юҡ, абыстай, ҡаршы бер һүҙ ҙә әйткәнем юҡ.
— Бер ҙә сәбәпһеҙ ниңә китһен?
— Белмәйем шул.
Абыстай кисә вәғәҙә ҡуйғанға күрә, кире ҡайтарып ебәрергә оялды ла: «Улай булһа, самауыр ағарта белһәң, әйҙә әле самауыр ағартып ҡара», — тине. Йәмилә, ҡып-ҡыҙыл булып, ҡалтырай-ҡалтырай, самауырҙы ағарта башланы. Абыстай, нисек булһа ла бер ғәйеп табырға торған төҫлө, бик диҡҡәт менән ҡарап торҙо.
Бындай ерҙә йөрөп өйрәнмәгән Йәмилә ҡаушай һәм ҡалтырай ине. Шулай ҡаушай, ҡалтырай торғас, яңылыш самауырҙың ҡапҡа сын ҡулынан төшөрөп тә ебәрҙе. Йәмилә, ни эшләргә белмәй, тиҙерәк ҡапҡасты ҡулына алып, йәнселгән ере юҡмы икән тип ҡарай һалды.
Теге абыстай шунда уҡ: — Әй, ҡыҙым, бер ҙә эш рәте белмәйһең икән, булмаҫ, ағарта алмаҫһың, ҡуй шунда, ҡалғанын үҙем булһа ла ағартырмын инде, — тине.
Йәмилә ни эшләргә белмәй бик өмөтһөҙ, ҡайғылы ғына һүрәттә ике ҡулын бергә ҡаушырып, баҫҡан ерендә тороп ҡалды. Абыстай әрләүле тауыш менән: — Ана шулай эш рәте белмәгәнгә күрә, ирең һине ташлап киткән шул. Самауыр ҙа ағарта белмәгәс, нисек итеп донъя көтөргә кәрәк? Былай һине бер кем дә эшкә алмаҫ, — тине.
Йәмилә был һүҙҙәрҙе ишеткәс, бик ныҡ оялып, «уф», тип ебәрҙе һәм күҙенән сыҡҡан ике бөртөк йәш бите өҫтөнә төштө. Күңеленән: «Шулай уҡ бәхетһеҙ булдым, бер ҙә төшөрмәҫ ерҙә ҡапҡасты төшөрөп ебәрҙем», — тип уйланы. Абыстай: — Улай бер ҙә эш рәте белмәйенсә нисек үҫтең? Башлаған самауы рыңды ағартып бөтөр инде, — тине.
Йәмилә тирләне, ҡыҙарҙы, нисек булһа ла самауырҙы ағартып бөтөрҙө.
Абыстайҙың, был дәрәжә наҙлылығына ҡарағанда, әллә ниҙәр бирер тип уйларлыҡ булһа ла, бер әсем сәй менән бер ашарлыҡ күмәс биреп, Йәмиләне оҙатты.
Әҙәм, ни ҡәҙәре ауырлыҡтар күрһә лә, сабыр итә, ауырлыҡтарға ҡаршы һуғыша, үҙе өҫтөн булғыһы килә. Шулай тырыша торғас, 210