торҙолар. Сапан ябынған был абыстай былар яғына табан ҡарай- ҡарай үтеп барғанда, Бәҙри: — Абыстай, һеҙҙә йомош бар ине, — тигәс, был ҡатын быларға әйләнеп туҡталды һәм: — Йә, ниндәй йомош? — тине.
— Бына был иптәшкә берәй эш булмаҫмы икән, уның бер ҙә ҡараусыһы юҡ, эш булһа эшләр ине, — тине.
Теге абыстай, аҙыраҡ уйлап тороп, Йәмиләнең өҫтөнә диҡҡәт менән ҡараны. Был ваҡытта Йәмилә, бик ҙур дәрәжәле бер кеше алдында торған кеүек, ҡурҡып ни әйтер икән инде, тип ҡайғырып тора ине.
Абыстай шәфҡәтле һүрәттә генә: — Белмәйем, ниндәй эш булыр икән һуң, ирең юҡмы ни? — тине.
Бәҙри Йәмилә өсөн яуап бирҙе: — Уның ире бар ине лә, әле әллә ҡайҙа киткән, бер ҙә хәбәре юҡ, шуның өсөн аптырап ҡалды. Ире бер йүнһеҙ нәмә шунда, — тине.
— Ә, улаймы ни, нисек булыр икән? Беҙҙә эш булһа ла, күп булмаҫ шул. Иртәгә беҙгә кил әле, иҙән йыуып, самауыр ағартып ҡайтыр һың, — тине абыстай.
Йәмиләнең күптән бирле бындай йомшаҡ һүҙ ишеткәне булма ғанға күрә, бик шатланды. Үҙен яраттырырлык бер сифатта торорға тырышты.
— Абыстай, һуң һеҙҙең өй ҡайҙа? — тине Бәҙри.
— Бынан алыҫ түгел, ана теге һары ҡапҡалы йорт, — тип, ҡулы менән ишара ҡылып күрһәтеп китге.
Бәҙри менән Йәмилә, тамам теләктәренә ирешкән кеүек шатла нып, бер-береһенә: «Иллә һуң яҡшы кеше икән!» — тип һөйләшә-һөй- ләшә ҡайтып киттеләр. Бәҙри, мин сыҡһам, тапмай ҡайтаммы һуң, тигән төҫлө: — Ана шулай ныҡлап эҙләһәң, ҡала ерендә эш табыла ул, ҡала ерендә оялып, ҡурҡып торорға ярамай», — тине. Йәмилә, тәбиғи, Бәҙ ригә ышанып ҡараны, уның эш табыуына ышанды. Ҡайтып барғанда, юлда тура килгән юнышҡы, ағас киҫәктәрен йыя-йыя барып, ҡосаҡ лап алып ҡайттылар.
Йәмилә, бик ас булһа ла, иртәгә эш эшләп тамаҡ туйҙырасағына ышанып, туҡ кешеләрсә торҙо. Теге аҫырау биргән бер һыныҡ күмәс тең яртыһын ашап ятты.
Иртән торғас, бер ҙә туҡтауһыҙ, һары ҡапҡаны эҙләп тапты ла, кереп тә китте.
Теге абыстай: «Ҡайҙан был ҡатынға тура килдем, әллә ниндәй уҫал нәмәлер? Юғиһә, ире ташлап китмәҫ ине. Йүнле ҡатынды ир ташлап китәме һуң?» — тип шикләнеп, ҡабул итмәҫкә уйлай башланы.
Йәмилә, бер ни әйтергә лә белмәй, ишек төбөндә һөйәлеп тик тора ине. Абыстай, быны бик ныҡ тикшерергә уйлап: 209