Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 207.

Бына инде Бәҙри менән Йәмилә лә, бисмилла, тигән кеүек, бер йорттоң ҡапҡаһынан барып керҙеләр. Кереү менән, ундағы уҫал эт, бер ҙә оялмайынса, өрә башлағас, Йәмиләнең йөрәгенә һалҡын һыу ҡойған кеүек булып китте. Шул минутта кисәге ҡыуылып сығыуы иҫенә төштө. Артка сигенергә уйланы. Ләкин, донъя күргән Бәҙри, бер ҙә ҡурҡмай, гүйә батырлыҡ күрһәтеп, эткә ҡарамай алға табан китте. Барып ишекте асып ҡараны ла, кире япты. Был ваҡытта Йәмилә: «Йә Хоҙай, ни булыр инде?» — тип ҡурҡып тора ине. Шул ваҡыт аҫырау ҡыҙ сығып: — һеҙгә ни нәмә кәрәк? — тине. Йәмилә өсөн иң ауыр нәмә ана шул: «Нимә кәрәк?» һорауына яуап биреү ине. Уны һәр ваҡытта шул «Ни нәмә кәрәк?» харап итә.

Ҡапыл ғына сығып, туп-тура «ни кәрәк?» тип һораған кешегә ни тип яуап бирмәк кәрәк? һис булмаһа, һораусы кеше инсафлыраҡ булып, тәрбиәле һүрәттә, әкрен генә: «Берәй йомошоғоҙ бар инеме?» тип һораһа, һүҙ башланып китер, яуап табылыр ине.

Быларға ҡаршы сыҡҡан ҡыҙ ҡаты тауыш менән: — Ни кәрәк? — тип һораһа ла, Бәҙри бер ҙә ҡаушамай, туп-тура: — Абыстайҙы күрәһе йомошобоҙ бар, — тигәс, аҫырау: — Абыстайҙа ни йомошоғоҙ бар һеҙҙең? — тине.

— Йомошто үҙенә әйтербеҙ.

— Юҡ, булмаҫ, ул хәҙер бушай алмай, ашҡа барырға әҙерләнә.

— Улай булһа ла, беҙҙе күрә алмаҫмы икән?

— Йә, күп һөйләп торма, йомошоң булһа әйт, булмаһа бар, кит!

— Беҙгә берәй эш булмаҫмы икән? Шуны абыстайға әйтегеҙ әле.

— Ниндәй эш булһын бында? Шулмы йомошоғоҙ?

— Әллә булыр ҙа, бар әйтеп ҡарағыҙ әле.

— Булмаҫ, булмаҫ! — тип ишекте яба башланы.

— Улай булһа...

— Ниндәй улай булһа тағы?

— Аҙ-маҙ нәмә бирмәҫме икән?

— Бына инде ҡыҙыҡ! Ул ни нәмә бирһен һеҙгә?

— Саҙаҡа, — тине Бәҙри. Был — уның беренсе тапҡыр саҙаҡа һорауы ине.

Аҫрау, ишекте ябып кереп китте лә, бер телем күмәс киҫәге сыға­ рып бирҙе. Быны күргәс, Бәҙриҙең ҡулы ихтыярһыҙ икмәккә табан һуҙылды һәм алып ҡуйынына тыҡты, Йәмилә был ваҡытта, оялы- уынан, ҡып-ҡыҙыл булды һәм ни эшләргә белмәйенсә Бәҙригә ҡарап: — Әллә ҡайтайыҡмы? Бер ҙә күңелем тартмай, — тине.

— Юҡ әле, әҙерәк эш эҙләп ҡарайыҡ инде.

Бынан сығып киткән ваҡытта, китегеҙ, кит, тигән кеүек эт өрөп ҡалды.

Урам буйлап барған ваҡытта быларға, сапан ябынған икенсе бер ҡатын осраны. Былар, теге ҡатын килеп етмәҫ борон туҡтап, юл биреп 208
Закрыть