Ете-Һигеҙ көн булды. Шәйех шул китеүенән кире ҡайтманы. Йәмилә һәр көн көтөп-көтөп тә ҡайтмағас, инде бөтөнләй өмөт өҙә башланы. Был көнгә ҡәҙәре Йәмилә Шәйехтең үлеме, тереме икәнен, ҡайҙа кит кәнен белмәне. Шәйехтең ҡайҙа киткәнен, беҙҙән артыҡ, Йәмиләнең белгеһе килә ине.
Шәйех, был ваҡытҡа ҡәҙәре, йөрөмәгән ерҙе ҡалдырмаған, завод, прииск кеүек ерҙәрҙең һәр береһен йөрөп бөткән ине. Шуның өсөн уның ҡайҙа икәнен белеү бик ҡыйын. Шулай булһа ла бер көн, теге ярлылар тора торған ерҙә Шәйех тураһында һүҙ асылды. Шәриф бик диҡҡәт менән тыңлап, Шәйехтең ҡайҙа һәм кем менән киткәнен белеп ҡайтып, Йәмиләгә хәбәр бирҙе. Шәйех Йәмилә янынан сығып киткәс, үҙенең иптәштәре менән тура вокзалға төшөп, шунан Урал тауҙары ның көнсығыш яғындағы мәшһүр Кучкар приискыһына киткән, имеш. Бында бер кешегә: «Мин инде ҡатынымды тәрбиә ҡыла алма йым, үҙ көнөн үҙе күрһен, мине көтөп тормаһын», — тигән, имеш. Шәрифтең алып ҡайткан хәбәре шунан тора ине.
Йәмилә, был имеш хәбәрҙе ишеткәс, бөтмәҫ күҙ йәшенең ҡалға нын тағы түкте. Был ваҡытҡа ҡәҙәре, әллә ҡайтыр әле, тип торған өмө төн тамам өҙҙө.
Ҡатынды ал да, имеш, бер йыл ҡәҙәре тор ҙа, инде үҙ көнөн үҙе күрһен, миңә кәрәкмәй тип, ташла ла кит, имеш. Был ни тигән һүҙ? Был ҡатындар ни өсөн был дәрәжәлә ҡәҙерһеҙ? һис булмаһа, яҙылған ете һум мәһәрен дә бирмәгән. Бисара ярлыраҡ кешеләрҙең ҡыҙҙары ның һарыҡ ҡәҙәре лә ҡәҙере юҡ, имеш...
Ҡулынан һис бер эш килмәгән һәм ярҙамсыһы булмаған Йәмилә, илауҙан башҡа бер нәмә лә эшләй алманы.
Бәҙри менән Йәмилә, иртә торғас та кисәге вәғәҙәләре буйынса, эш эҙләп сыҡмаҡ булдылар. Бәҙри, күптән донъя күргән кеше булған лыҡтан, уның өсөн ҡала араһында йөрөү ауыр түгел ине. Башлап йөрөүсе булғас Йәмиләгә лә бик ауыр төҫлө күренмәне. Көндәр бик һалҡын булғанлыҡтан, быларҙың кейемдәре унан һаҡланырлыҡ түгел ине. Улар нисек булһа ла сараһын эҙләргә керештеләр. Бәҙри үҙенең бишмәтен кейеп, иҫке ҡыҙыл яулыҡ менән билен быуҙы. Ҙурыраҡ яулығын башына бәйләне, Йәмилә Шәйехтең иҫке күлдәге өҫтөнән үҙенең ике күлдәген ҡатлап кейгәндән һуң камзулын кейеп ебәрҙе, һәр икеһе аяҡтарына сабата кейеп, сығып киттеләр.
Тәүҙә улар, ҡайҙа ла барып керергә белмәйенсә, урам буйлап баралар. Ләкин күҙ теккән ерҙәренә, ни ҡәҙәре оялмайынса кермәк булып барһалар ҙа, туп-тура: «һеҙҙә эш юҡмы?» — тип һорарға батыр сылыҡ итә алмайҙар ине.
Йәмилә менән Бәҙри, үҙҙәре кеүек башҡа ҡатындарҙың да өйҙән- өйғә йөрөгәндәрен күргәс, ҡыйыулығы арта башланы. Фәҡәт был ҡатындар хәйерселеккә өйрәнеп, оҫтарғандар, теләнеп йөрөүҙә бер ҙә ғәйеп һәм оят юҡ, тип беләләр ине.
207