барырға сәбәп булған нәмәне ярарлыҡ түгел итеп күрһәтә, һин ярлы булдың. Тәрбиәһеҙ үҫергә тура килде. Насар иргә осраның, унан айы рылып, яңғыҙ ҡалдың. Ашарға булмағас, асҡа үлергә риза булмайынса, байҙар ишеге төбөнә бер һыныҡ күмәс һорап барҙың, һине кергән ерҙән, эт кеүек ҡыуып сығарҙылар, һин ни саҡлы ярлылыҡҡа өйрәнгән булһаң да, быға сыҙай алманың. Ихтыярһыҙ ике күҙеңдән йәш ағыҙҙың.
Шулай булһа ла, һаман бер кешегә лә үпкәләмәй, иң саф тәбиғәтле кешеләр кеүек, ғәйепте үҙеңә ауҙараһың. Ләкин был эштәрҙең һәр береһендә үҙеңдән булмаған сер һәм сәбәптәр бар. Инде һинең шул ике күҙеңдән йәш ағыҙып ултырыуҙан башҡа бер сараң да юҡ. Аслыҡ, яңғыҙлыҡ хәсрәтен күҙ йәшең менән генә йыуған булаһың, йәшенде ағыҙһаң, бер аҙ ғына булһа ла, хәсрәтең баҫылған кеүек була. Ҡап-ҡара ғына матур ике күҙең һәр ваҡыт йәш ағыҙып тороу өсөн генә яра тылған икән.
Йәмилә инде ҡайҙа барырға ла белмәй, мейес башына менеп ятгы.
Әлдә уның аҙ булһа ла ҡыҙғана торған Бәҙрие бар. Ул тағы Йәмилә янына керҙе, Йәмилә тороп ултырғас, шешенеп бөткән күҙҙәрен һөрт кәс, Бәҙри уның ҡайҙа барғанын, ни эшләгәнен һораны.
Йәмилә тураһын әйтергә оялып: — Бөгөн эш эҙләп сыҡҡан инем дә, бер ҙә таба алманым, — тип яуап бирҙе.
— Улай булғас, ни эшләмәксе булаһың? Нисек булһа ла ашарға тапмайынса тороу ауыр бит, — тине.
Бәҙриҙең был һүҙенән, һоранып булһа ла ашарға табырға кәрәк тигән мәғәнә аңлашыла ине.
— һораныуҙан башҡа бер ҙә эшләр эшем юҡ инде.
— Эйе! Был ҡала ере, бында бер кем дә белмәй. Улай-былай һора ныу бер ҙә ғәйеп эш түгел.
— Нисек итеп, оялмайынса, бер ҙә танымаған кешенән берәр нәмә һорап барып керәһең? Бөгөн дә бер ҡапҡанан, эш эҙләп кергән генә инем, байҙың ҡатыны асыуланды. Шулай булһа ла, иртәгә берәй эш табырға тырышырмын инде.
— Табырға кәрәк инде, иртәгә мин дә һинең менән бергә сығып ҡарармын. Икәү булғас әллә берәр эш табылыр. Бөгөн ашағаның юҡтыр әле?
— Ҡайҙан алып ашайым. Бер ҙә табыр ер юҡ бит.
— Йә, һау бул әле, ирем ҡайтыр инде, бөгөн туҡмас бешерһәм шуны бергә ашарбыҙ, — тине лә сыгып китте.
VIII Йәмилә менән Бәҙри эш эҙләп сыҡҡансы, Шәйехтең ҡайҙа икәнен белеп ҡуяйыҡ әле. Юғарыла беҙ Шәйехтең, иртән торғас тәҙрә төбөндә ни нәмәлер уйлап, ташлап сығып китергә ниәт иткәнен яҙған инек.
206