Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 204.

Унан, Аллаға тәүәккәл итеп, ишекте асып ебәрҙе.

Өй тулы ҡунаҡтар саҡырған, күңеле ғәйәт маһайып йөрөгән хужа ҡатыны, бер хәйерсе кереп килгәнде күргәс, бындай ҡатындың ошон­ дай ваҡытта, батырсылыҡ итеп шундай урынға кереүе яраймы һуң, был ниткән эш, тигән кеүек итеп: — Был ниндәй хәйерсе ҡатыны тағы?! Галош йәиһә башҡа нәмәне урлап алып китмәһен! — тип ҡысҡырҙы.

— Бар сыҡ, бында ни эшләп йөрөйһөң? — тигән һүҙенә аш беше­ реүсе ҡатындар ҙа ҡушылып: — Ни эшләп йөрөйһөң бында? Бар кит! Ҡара һин, оятһыҙ, бер көн берегеҙ бер галошты урлап алып киткән ине әле, һин тағы берәр нәмә урларға йөрөйһөңдөр! — тип ҡуйҙылар.

Йәмилә, ҡып-ҡыҙыл булып, ни әйтергә лә белмәй, бур кеше төҫлө кире сығып китге. Ҡапҡа төбөндә торған тәрбиәһеҙ уҫал малай ҙа әллә ниндәй насар һүҙҙәр әйтеп: «Бар, бар!» — тип арҡаһынан төртә-төртә елтерәтеп сығарып ебәрҙе.

Ғәйрәтле бай ҡатыны кәйефләнеп, бөтә донъяға баш кеүек булып йөрөгән ваҡытта, нисек инде ундай хәйерселәрҙең бында һорауһыҙ- ниһеҙ кереүенә асыуланмаһын? Ундай ярлы насар кейемле ҡатындар­ ҙың бындай өйгә кереп бысратыуына ни өсөн риза булып торһон?

— Ниңә ҡарап тормайһығыҙ, ҡунаҡтар барлығын күреп тораһығыҙ бит! — тип, аҫрауҙарға ла ҡат-ҡат асыуланды.

Ҡунаҡ ҡатындары саф һауалы йылы өйҙә, матур кейемдәр кейеп, тәмле аштар ашап, ап-аҡ биттәренән тирҙәр сығып ултырғанда, Йәмилә, был күргән хурлыҡтарынан аслыҡтарын онотоп, ике күҙенән бөртөк-бөртөк йәштәре тәгәрәп, бит алмаһы өҫтөнә төштө. Бәғзе бөр­ төктәре күкрәк өҫтөнә тамып, боҙ булып ҡатты. Йәмилә ни эшләргә белмәй, үҙенән үҙе оялып, туп-тура өйөнә ҡайтып китте.

Беренсе тапҡыр сыҡҡан ваҡытта уҡ ошондай бәләгә осрауы һәм үҙенең шул дәрәжә мөхәббәтһеҙ күренеп, ҡыуылып сығарылыуы Йәми­ ләнең өмөтөн киҫте. Бәҙригә күренергә оялып, тура үҙ өйөнә кереп бикләнде лә, шунда уҡ үкһеп-үкһеп, балаларҙан да артыҡ илай баш­ ланы.

Ул, бай ҡатынына асыуланырға ла, асыуланмаҫҡа ла белмәй, үҙем­ дән булған насарлығым һәм килешмәгән эшем сәбәпле ҡыуылып сыҡтым, тип уйланы. Ул, байҙарҙың шул дәрәжә насар ҡыланышта­ рының тәрбиәһеҙлектәренән икәнен, уйларға Йәмиләнең фекере ет­ мәне. Үҙенең ярлы булыуы сәбәпле, ҡыуылып сығарылыуын хәтеренә төшөрһә лә, башҡаһына аҡылы ирешмәй ине.

Уның ҡаршыһында, бай ҡатыны, әллә ни төҫлө ҙур булып күрен­ гәнгә, уның һәр бер эшен урынлы тип белде. Ул белмәй ҡыланмайҙыр, тип уйланы. Аһ, бисара Йәмилә! һинең яратылышың уларҙан бер ҙә кәм түгел! Фәҡәт һиндә мал юҡ, мал! Ни сара, донъя һәм ундағы тормоштоң сәбәптәре һине был хәлдә тота. Байҙарҙың ишеге алдына 205
Закрыть