ҡунаҡтарҙы көтөп алырға торалар ине. Бик ҙур бер эш буласаҡ кеүек, бөтә эште тырышлыҡ һәм диҡҡәт менән тулы итергә тырышалар ине.
Күп ваҡыт уҙманы. Матур аттар егелгән ҡиммәтле саналарға ултырған ҡатындар берәм-берәм килә башланы. Өй хужаһы тарафы нан: «Әйҙәгеҙ, рәхим итегеҙ, әйҙәгеҙ, әйҙүк, юғары сығығыҙ, бөгөн бигерәк һалҡын» — тигән һүҙҙәр менән ҡаршы алыналар ине. Бында килгән ҡатындарҙың күбеһе был ҡаланың мәшһүр фамилиялы бай ҙарҙың ҡатындары ине. Матур кейемдәр кейенеп, яҡшы аттар егелгән саналарға ултырып ныҡлы күсерҙәр менән килгән был ҡатындар, үҙ ҙәренсә, был дәрәжәгә үҙ саралары һәм аҡылдары менән ирешкәнбеҙ, башҡаларҙан артыҡ булып яратылғанбыҙ, тип уйлаған төҫлө күренә ләр ине.
Өйгә кереү менән, өҫтәренән ҡалын кейемдәрен һалған һимеҙ- һимеҙ ҡатындар ҡиммәтле камзул, ебәк күлдәктәр һәм ынйылы ҡалпаҡтар менән генә ҡалғас, өҫтән ҡарағанда, ысынлап тикшермә гәндә, матур ғына бер күренеш күҙгә ташлана ине.
Кейем-фәлән йәһәтенән быларҙың араһында бер-береһенән уҙышыу булғанға күрә, күҙҙәре бер-береһенең кейемендә булған кеүек, һүҙҙәре лә, шул кейем-фәлән һымаҡ, әһәмиәтһеҙ мәсьәләләр тураһында ине.
Тыуғандан бирле кешегә ҡатышып өйрәнмәгән, донъяның әсе һәм сөсөһөн татымаған, ҡыҙ ваҡыттарында уҡ тәрбиә күрмәгән, тар ғына бер бүлмәлә ғүмер һөргән һәм уҡыу-фәлән менән сыбалмаған был ҡатындарҙан, артыҡ файҙалы нәмә өмөт итерлек түгел ине.
Быларҙың донъяла бөтөргән эштәре — ирҙәренең хайуанлыҡ тойғоһон үтәү, аш мәжлестәренә барып ҡайтыу ғына булып, ҡалған бөтә нәмә шул ике теләк өсөн генә эшләнә ине.
Быларҙың, күбеһенең, әхлаҡ һәм тәрбиәләре һәм яратылыштары теге Йәмиләнекенән бер ҙә артыҡ түгел ине. Шул Йәмилә ашарға таба алмайынса, кейемһеҙ-ниһеҙ, һалҡында ҡалтырап, ҡайҙан ғына берәр һыныҡ икмәк табылыр икән, тип, был өйҙөң янынан уҙып барған саҡта, бындағы йәнле нәмәләр атлас һәм ебәктәргә сумып, төрлө аштар ашап ултыралар ине. Әгәр ҙә быларҙы сағыштырып ҡараһаң, бер ҙә килешмәгән төҫлө булып тора. Сөнки быларҙың һәр икеһе лә әҙәм балаһы. Ләкин береһенең, бындай сағыштырылмаҫлыҡ дәрәжәлә ризыҡ эсендә, икенсеһенең аслыҡтан үлер дәрәжәһендә йөрөүе күңелде болғандыра, донъянан биҙҙерә һәм тормошҡа тамам асыуландыра ине.
Йәмилә, был өй янынан уҙып барған ваҡытта, ҡапҡа төбөндә туҡталып, бында кереп киткән ҡатындарға ҡарап ғәжәпһенеп тора ине. Шулай бер аҙ ҡарап торғандан һуң ул: «Аҙ булһа ла тамағым туймаҫмы, берәр һыныҡ икмәк бирмәҫтәрме икән?» — тип, асыҡ ҡапҡанан керҙе. Ҡурҡа-ҡурҡа барып, аш бешерә торған бүлмәнең алдына туҡтап, керергә баҙнатлыҡ һәм батырсылыҡ итә алмай торҙо.
204