аптырауҙа ҡалған бер кеше сифатында, ни нәмә эшләргә кәрәклек тураһында Бәҙриҙән кәңәш һорай башланы.
Бәҙри башҡаларға нисек кәңәш бирә алһын? Кешегә кәңәш бирерлек булһа, үҙе лә шул хәлдә тормаҫ ине. Шулай булһа ла, ул үҙе белгәнсә кәңәш бирҙе. Уның биргән кәңәше лә үҙе төҫлө генә: «Байҙар араһына сығып эш эҙләп ҡара, табылмаҫмы икән?» — тип әйтеүҙән генә тора ине. Бер ҙә кешегә ҡатышып өйрәнмәгән, эш рәте белмәгән бер ҡатын кемгә барып: «Мин эш эҙләп килгән инем», — тип әйтә алһын? Бармай ҙа хәле юҡ, асҡа үлмәҫ бит инде.
Йәмилә, Бәҙриҙең кәңәше буйынса, эш эҙләп ҡала араһына сығып китте. Урам буйлап барғанда һәр кем уның хәлен белә, һәр кеше уны ҡыҙғана төҫлө ине. Фәҡәт, уны белеүсе, ҡыҙғаныусы бер кеше лә юҡ ине.
Бер лавка алдынан уҙып барған ваҡытта, ике йәш кенә татар бер- береһенә төртөп: — Ана йәш кенә ҡатын килә, ҡара, абынып йығылма! Ярап торор ине әле, — тип һөйләнеп ҡалдылар. Татарҙарҙың ярҙамы ла шундай һүҙ һәм илтифаттан ғына тора ине.
Йәмилә, үҙ-үҙенә йәмһеҙ күренгән төҫлө булғанға, башҡа кешеләр ҙә мине шулай йәмһеҙ күрәлер, ҡайҙа барып керһәм дә ҡабул итмәҫтәр, тип уйлай ине.
Йәмилә бөгөн ҡаланың мосолман байҙары йәшәй торған ерҙәрен ҡарап ҡайтты. Иртәгә, бер ҙә ҡурҡмай ғына барып, шуларҙан эш һорамаҡсы булды.
Йәмилә, кискә ҡәҙәре һалҡын өйөндә ултырып, йоҡларға ятыр ваҡытта Бәҙриҙәргә керҙе. Уларҙан ҡалған бик шыйыҡ ыумасты ашап йоҡларға ятты. Иртән торғас та үҙ өйөнә сығып киткән булды, һәр ваҡытта уларҙан ашарға өмөт итеп торған төҫлө тороуҙы бер ҙә күңеле яратмай ине. Яратырлыҡ та түгел шул! Бәҙриҙәр үҙҙәре лә Йәмиләнән аҙ ғына артыҡ, берәр аҙна ҡар яумай торһа, асҡа үлергә торалар ине.
Өйөнә кереп бер аҙ ултырғас, сараһыҙ булараҡ, сығып китергә әҙерләнде. Ишектән сыҡҡан ваҡытта, ҡайҙа барғанын белмәйенсә, бер алға, бер артҡа атлап арҡан менән тартып барған төҫлө, ихтыярһыҙ бара ине. Дөрөҫөн әйткәндә ул, эш эҙләүҙе һылтау ҡылып, беренсе тапҡыр һоранырға сығып китте.
VII Ҡаланың уртаһындараҡ бик гүзәл итеп һалынған ике ҡатлы өйҙә, бөгөн ҡатындар мәжлесе буласағынан, өйҙөң эсе-тышы берҙәй таҙа иттереп әҙерләнгән ине. Был йорттоң хужа ҡатынынан башлап, аҫрау ҡыҙҙарына ҡәҙәре матур ғына кейенеп, шатлыҡ менән, киләсәк 203