тағы, ҡатынының гонаһы үҙенә булыр, беҙгә булмаҫ! — тине Шәриф һәм өйҙәш итеп алырға яҡын да килмәне.
— Шулай ҙа бит, ҡыҙғанып ҡына әйтәм, кис яңғыҙ ятырға ҡурҡа, ул бит йәш кенә ҡатын, бары ун етелә генә, — тип, Бәҙри үҙ һүҙен итергә тырышты.
— Ҡурҡһа, кис бында кереп ятһын, үҙенә үҙе ашарға таба торған булһа, әллә керетһәк керетер ҙә инек...
— Әллә, ул үҙенә ашарға табыр ҙа...
— Ул ҡайҙан тапһын?.. Әле, беләһеңме, ир башым менән мал табып булмай. Бөгөн ҡар яуғанға ғына тамағыбыҙ туйып тора, — тине Шәриф.
Был юлы һүҙҙәре шул урында киҫелде. Шәриф Йәмиләне өйҙәш итеп керетеүҙе урынлы күрмәне.
VI Йәмиләнең апайҙарынан алып ҡайтҡан нәмәләре бер генә көнгә етте. Йәмилә өсөн иң ауыр ваҡыттар бынан һуң башланасаҡ ине.
Бәҙриҙәр ярлы булһалар ҙа, уларҙың был ҡәҙәре хәсрәт сигә торған урындары юҡ. Сөнки улар бала-сағалары менән көн күрәләр. Йәмилә лә улар кеүек булырға бик теләй, уларҙың хәлен үҙендә булдырырға ҡыҙыға, уларҙан артыҡ тороуҙы өмөт тә итмәй ине.
Йәмиләнең уйынса, Бәҙри бәхетле ине. Дөрөҫөндә Бәҙри, был ваҡытҡа ҡәҙәр көндө ярлылыҡта кисереп, шул тормошҡа тамам өй рәнгән, бала-сағалы ла булған ине. Ләкин Йәмилә, бисара, яңы ғына ҡыҙлыҡ донъяһынан сығып, ҡатын булған, үҙен үҙе туйҙырып, яңғыҙ тороп өйрәнмәгән. Ҡыҙ сағында, фәҡир булһа ла, ата-әсәһе тәрбиә һендә тороп, был ҡәҙәре ауырлыҡтар күрмәгән.
Йәмилә, ошо хәлдә лә, бик ныҡ хәсрәтләнмәҫ, яңғыҙ башына нисек булһа ла ашарға табыр ине. Бына уның өсөн иң ҙур хәсрәт булған һәм уны ҙур уйға ҡалдырған хәл бөтөнләй икенсе бер нәмә ине. Тиҙ көндән улар икәү буласаҡтар. Сөнки Йәмилә күптән ауырлы булып, был көндәрҙә, бәхетһеҙ баланың донъяға килер ваҡыты етеп килә ине. Алдындағы ҡараңғы көндәрҙе хәтерләп: «Ас булһам тағы бер хәл, фәҡәт ошо эсемдәге нәмә булмаһа икән», — тип уйлай ине. Ике кеше күргән ләззәттең мәшәҡәтен бер кеше күрмәк, әлбиттә, ауыр эш. Ләззәт ваҡыттарында бергә булып та, хәсрәт һәм мәшәҡәт ваҡыт тарында ташлап киткән кешеләргә үпкә һәм асыу бигерәк тә ҙур була.
Бөгөн тамағына ашаған Йәмиләнең, иртәгә ашарға бер нәмәһе лә юҡ ине. Иртәнән башлап ул, ысынлап та, үҙе өсөн ашарға үҙе эҙләргә тейеш ине.
Ашар нәмәһе булмағас ул, иртән тороп, тағы әлеге Бәҙриҙәргә керҙе. Улар ҙа, һәр ваҡыт, быны туйҙырып тормаҫтар инде. Йәмилә 202