натты, Йәмилә өйөндәге күмәс һыныҡтарын алып кергәс, сәй эсергә керештеләр. Был ваҡытта өйҙөң эсе ҡап-ҡараңғы булып, усаҡта ялт-йолт итеп, һүнер-һүнмәҫ кенә торған ут шәүләһе генә, быларҙың йөҙҙәрен бер-береһенә күрһәтеп ҡуя ине.
Көйләп ултырған самауыр тауышына Бәҙри менән Йәмиләнең тауыштары ҡушылып, бик хәсрәтле тормошто иҫкә төшөрә. Елле бурандың бәғзе ваҡыт әсәһенән айырылған балалар кеүек сыйылдауы, бәғзе ваҡыт ҡурҡыныслы һүрәттә ыжғырыуы быларҙың насар тормо шоноң йәмһеҙлеген тағы ла арттыра һәм күңелһеҙ бер күренеште күҙ алдына килтерә ине.
Шундай кәйефһеҙ, күңелһеҙ бер урында был ярлыларҙың, үҙҙәренә яраҡлы һүҙҙәр менән күңелле генә һөйләшеп, бер ҙә ҡайғырмаған төҫлө ултырыуҙары, быларҙың был тормошҡа тамам өйрәнгәнлектә- рен бик асыҡ күрһәтә ине.
Күңелендә булған хәсрәттәре, бер ҙә таралырлыҡ булмағанға, Йәмилә, тыштан ҡарағанда шулай хәсрәтһеҙ күренһә лә, эсендә ҙур киҫәк бер нәмә ятҡан кеүек төйнәлгән хәсрәте ҡуҙғалып, һирәк-һирәк «уф!» тип көрһөнөп ҡуя ине.
Шәриф ҡала араһына кереү менән әллә нисә ерҙә эш тапты. Әллә нисә ерҙә юл әрсеп таҙартып китте, һәр нәмәнең бер юлы булған кеүек, ҡар көрәүҙең дә бер рәте бар бит. Ярлылар яңғыҙ бер генә өйҙөң ҡарын көрәп ҡайтмайҙар. Сөнки улай булғанда бик аҙ ғына аҡса менән ҡайтырға тура киләлер. Улар иң әүәл бер кешенең ҡураһын көрәргә килешеп, йөрөй торған юлдарын ғына көрәйҙәр ҙә, икенсе кешегә китәләр. Унда ла шулай итеп, өсөнсөгә баралар. Шулай итеп, кискә ҡәҙәре өс-дүрт өйҙөң ҡарын көрәп, алтмыш-етмеш тин, хатта яҡшыраҡ байҙарға тура килһәләр, һикһән тин дә алып ҡайтҡандары булалыр.
Бәхеттәренә ҡаршы, бер рәттән өс-дүрт көн буран булһа, шул ваҡытта алған аҡса менән фатирҙарына ла түләп ҡуялар. Был ярлы ларҙың йәрминкәһе — ураҡ ваҡыты, ошондай буран ваҡыттарылыр. Улар шундай буран-фәлән кеүек нәмәләр арҡаһында ғына тамаҡтарын туйҙыралар. Бер көн буран булһа, шикһеҙ, ике көнлөк эш була.
Бына, шулай итеп, Шәриф бөгөн етмеш тин аҡса алып ҡайтты. Ярлыларҙың ҡулына етмеш тин аҡса бик һирәк кергәнгә күрә, был көн бик ҙур шатлыҡ көндәрелер.
Шәриф менән Бәҙри тамам шатлыҡ менән сәй эскәндә, Йәмилә тураһында һөйләп алдылар.
— Әллә ире ҡайтмаһа, өйҙәш итеп алайыҡмы икән? һауап булыр, — тине Бәҙри.
— Юҡ, юҡ! Әле үҙебеҙҙең тамаҡты саҡ-саҡ туйҙырып торған ва ҡытта, икенсе бер әрәм тамаҡты өҫтөбөҙгә алып булмаҫ, үҙенең ире бар бит, ҡайтыр әле, шунда теләһә нисек йөрөй торғандыр. Ҡайтмаһа 201