Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 20.

— Ана тегенеһен дә алып сыҡтылар! — тигән тауыш ишетелде. Шул һүҙ ишетелеү менән, халыҡ тулҡыны икенсе урамға сайҡалды. «Ана тегенеһе!» тигәндәре Ғәлимә апай ине. Мин уны бик алыҫтан ғына күреп ҡалдым: ул йөҙөн шәле менән ҡаплаған, башын түбән эйгән көйөнсә бара ине. Ул миңә кисәгегә ҡарағанда ла бәләкәйләнеп ҡалған кеүек булып күренде...

Ғәлимә апайҙы халыҡ төркөмө уратып алды. Халыҡ араһынан: — Ана үҙе!

— Бөгөн оялған була бит әле. Оятһыҙ!..

— Ауылдың бәрәкәтен ҡасырып йөрөүселәр!..

— Ҡыҙ башы менән ни эшләп йөрөй!..

— Матур ҡыҙ шулай була!.. — тигән тауыштар сыҡты.

Мин был ауыр күренеште күреп, сыҙай алмай, үҙебеҙҙең өйгә ҡарай ҡайта башлағайным, минең арттан ике кеше бик шәпләп килеп мине уҙып киттеләр. Быларҙың үҙ-ара: «Фәхри ҡарт үҙе өйҙәлер бит?» тигән һүҙҙәрен, уларҙың Фәхри бабайҙы саҡырырға барыуҙарын аңланым һәм улар артынан Фәхри бабайҙарға барҙым.

Был кешеләр туп-тура Фәхри бабайҙарға барып инделәр ҙә, рәтләп һүҙ ҡушмай: — Әйҙә, Фәхри ағай, һине ахун хәҙрәт саҡырта. Унда һине көтөп торалар, — тине.

Фәхри бабай башта бер һүҙ ҙә әйтмәне, йөҙҙәре ағарып, ирендәре ҡалтырай башланы, һуңынан бик ауырлыҡ менән генә: — Унда минең ни кәрәгем бар? Минең уларҙа эшем юҡ, ул бөгөн­ дән һуң минең ҡыҙым түгел, теләһәләр нәмә эшләтһендәр, — тине.

Теге кешеләрҙең Фәхри бабайҙы алырға килеүен күргәс, Фәхри бабайҙың уларға Ғәлимә апай тураһында ауыр һүҙҙәр әйткәнен ишет­ кәс, Хәмиҙә әбей тағы ла иларға кереште.

Теге кешеләр, иң ҙур бер эште еренә еткерергә өҫтәренә алған, бик ҙур эш артынан йөрөгән бер рәүештә: — Унда беҙҙең эшебеҙ юҡ, әллә хәҙрәт һүҙенә, шәриғәт бойороғона үҙең дә ҡаршы киләһеңме? — тинеләр.

«Шәриғәт» һүҙен ишетеү менән, Фәхри бабай тағы яуапһыҙ ҡалды: әллә ниндәй ҡурҡыныс бер эш алдында ҡалған кеүек ҡалтыранды. Үҙенең ҡулында ихтыяры ҡалмаған бер кеше рәүешендә улай-былай һелкенде, ярҙам һораған кеүек, бер Хәмиҙә әбейгә, бер башҡаларға ҡараны. Был ваҡытта Хәмиҙә әбей бер һүҙ әйтмәй — илай ғына ине. Ул да, был бойороҡ алдында һис бер һелкенер урын юҡ икәнен белгән кеүек, шаҡ ҡатып ҡалды. Өй эсен тынлыҡ баҫты. Тик бер аҙҙан һуң теге кешеләрҙең береһе: — Фәхри ағай, тиҙерәк бул, ахун хәҙрәтте һәм халыҡты көттөрмә, һинән һорай торған һүҙҙәре барҙыр... Шәриғәт бойороғона ҡаршы тороп булмай бит... — тип, тиҙерәк алып китеү яғын ҡараны. Иптәше уның һүҙен ҡеүәтләп: 21
Закрыть