Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 199.

— Бөгөн урамда боҙ сабып, утыҙ тин аҡса алдым. Әлдә ул тура килде. Юғиһә, аптыраған инем, — тине.

Бына инде хәсрәттәрен бер яҡҡа ташлап сәй эсә башланылар. Йәмилә сығып киткәс, уны ҡыҙғанып, хәлен һөйләп алдылар. Былар­ ҙың үҙҙәрен кеше ҡыҙғанырлыҡ булһа ла, былар ҙа Йәмиләне ҡыҙған­ ған булдылар.

Бәҙри сәй эсеп бөтә һалып, ҡаҙан аҫтына ут яғып, ҡоро ғына туҡ­ мас бешермәксе булды.

Аһ, ҡоро тип әйтергә яраймы һуң! Ярлылар өсөн , бындай ҡоро аштар, һинең ниндәй тәмле аштарыңдан да тәмлерәктер.

Бәҙри туҡмасты бешереп, табаҡҡа һоҫҡас, Шәрифтең изгелек ҡылаһы килгәнгә күрә: — Йәмиләгә шунан аш бирергә кәрәк, йәиһә бында кереп аша­ һын, — тине.

Бәҙри ҙә шулай итәһе килгәнгә күрә, бик ихласлыҡ менән: — Ярай, бар, Гөлйыһан, әйтеп кер! Йәмилә бында аш ашарға кер­ һен, тиҙерәк бул! — тине.

Быларҙың туҡмас ашарға саҡырыуы Йәмилә өсөн дә әллә ниндәй мәжлестәргә саҡырыуҙан да артыҡтыр. Ярлыларҙың мөхәббәт менән ашаған, ҡоро һыуға бешкән туҡмастары, эрелек менән береһенән-бе- реһе ғәйеп эҙләгән төҫлө торған байҙар мәжлесенән күп артыҡтыр. Был ярлылар шулай бергә-бергә ҡатышып торалар. Аштарҙы ла, хәс­ рәттәрҙе лә, шатлыҡтарҙы ла уртаҡлашалар ине. Был сәғәттән башлап Шәриф менән Бәҙриҙең күңелдәре тағы асылды. Сөнки көндәр йылыныбыраҡ, елдәр сығып, болоттар ҡуҙғала башланылар. Ҡараңғы төшкәс шәп итеп ҡар яуа башланы һәм бурандар сыҡты.

Шәриф, был буран сығыуҙы, Йәмиләгә аш ашатҡандан, йәғни изгелек ҡылғандан булды, тип уйланы.

Сауҙаһы шәп булып, алған нәмәләренән файҙа күргән сауҙагәрҙәр кеүек шатланып, иртәгә ҡар көрәү буласағына ышанып, аштан һуң тағы бер рәт сәй эсеп алдылар. Унда ла бер аҙ икмәк ашанылар. «Алла йән биргәнгә — йүн бирә» тип, ризыҡ табыуҙарына ышандылар.

Шәриф ҡар яуғанын төн буйынса әллә нисә рәт сығып ҡараны...

— Ҡар иҫәпһеҙ күп яуа, Алла бирҙе, иртән иртәрәк самауыр ҡуй, — тип Бәҙригә әйтеп ҡуйҙы.

Бәҙри, таң атҡан ваҡытта тороп, бик шатлыҡ менән самауыр ҡуйҙы. Буран һаман да дауам итә. Башҡа халыҡтар буран булғанға ни саҡлы ҡайғырһалар, былар шул саҡлы шатланалар ғына ине.

Шәриф тороп кейенеп, малын ҡарап кергән байҙар төҫлө, ҡарҙың күпме яуған самаһын ҡарап керҙе. Шәриф сәй эскәс бик яҡшы кейе­ неп, көрәген тотоп, тәрән ҡарҙы ярып тиҙ-тиҙ атлап, ҡала уртаһына кереп китте.

Шәриф киткәс, мейес башында ятҡан Йәмилә, Гөлйыһан, Хоҙай­ бирҙе йоҡоларынан тороп ултырҙылар. Бәҙри самауырҙы яңынан ҡай­ 200
Закрыть