Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 198.

итеү шул ашағандан ҡалған күмәс һыныҡтарын биреү менән табыла­ лыр.

Йәмилә, Бәҙри менән аҙыраҡ һөйләшеп ултырғас, өйөнә ҡайтып, тимер сәйнүк менән сәй ҡайната башланы. Өс-дүрт көндән бирле йылы нәмә эсмәғәнғә күрә, был сәйҙе ҡайнатыу ин рәхәт бер эш ине. Сәйҙе ҡайнатып, алып ҡайтҡан әйберҙәрҙең барсаһына үҙе хужа булып, сәй эсә башланы. Бына был сәй ни тиклем ләззәтле! Был күмәс ҡатылары нисек тәмле! Сәй эскәндән һуң күңеле күтәрелеп ҡалды һәм ире Шәйехте иркенләп уйлап: «Уға ҡайҙа китергә кәрәк һуң? Нисек был ваҡытҡа ҡәҙәре ҡайт­ май? Әллә берәр эш табып, шуны эшләп бөтөрөп ҡайтмаҡсы буламы икән? Бер ҙә ыҙғышмай-нитмәй, ни өсөн ташлап китергә кәрәк? Юҡ, ташлап китмәҫ, ташлап ҡайҙа китһен? Ошо китеүенән ҡайтмаһа, ни эшләргә? Ауылға атайҙар янына ҡайтыр инем, ҡыш көнө, бының кеүек һалҡында нисек итеп ҡайтайым? Шәйехте ташлап китмәҫ тип әйтеп булмай, бында уның ҡыҙығып торорлоҡ нәмәһе бармы һуң? Барса нәмәһен йыйып һатһаң, өс һумға тормаҫ бит», — тигән фекерҙәр менән Йәмилә башын ватырға кереште. Йәш ваҡытта башына бының кеүек һорауҙар бер ҙә килмәгәнгә күрә, яуап бирә алмай ине.

Шундай уйҙарҙы уйлап бер аҙ ултырғас, тағы Бәҙриҙәр янына керҙе. Уларҙың да бөгөн бер ҙә ашағандары юҡ ине. Ҡояш та байыны. Иртә сығып киткән Шәриф әле ҡайтҡаны юҡ. Ахыры, берәр эш тура килгәндер ҙә, шуны эшләп бөтөрөп ҡайтмаҡсы була торғандыр. Хоҙайбирҙе илап икмәк һорап, әсәһен йонсота. Үҙе буҙарып бөткән, ҡалтырай-ҡалтырай ирендәрен дерелдәтә-дерелдәтә ултыра, Гөл­ йыһан иламаһа ла шуға яҡын булып тора.

Бәҙри самауырҙы ҡайнатып, Шәриф ҡайтҡанды көтөп кенә ултыра ине. Бәҙри менән Йәмилә аслыҡ тураһында бер-береһе менән һөйләшеп ултырған ваҡытта Шәриф ҡайтып керҙе.

Шөкөрҙәр булһын! Бөгөн дә бәхет асылған көндөр, ахыры. Шә­ рифтең ҡултыҡ аҫты тулған икмәк. Ул быларҙың бәғзеләрен иртәнсәк һоранып тапҡан, бәғзеләрен эшләп тапҡан аҡсаһына алған ине. Шуның өҫтөнә, быларҙан башҡа тағы өс мыҫҡал сәй менән бер ҡаҙаҡ он да алған ине.

Әйберҙәрен һикегә бушатып ебәргәс тә, Гөлйыһан менән Хоҙай­ бирҙе килеп еттеләр. Бәҙри уларға шунда уҡ берәр телем икмәк бирҙе. Ҡайнап торған самауырға сәй һалып килтереп тә ултыртты.

Шәриф һаман һүҙ башламай, был көндөң бик мәшәҡәтле бу­ лыуын, бары тик үҙенең уңғанлығы арҡаһында ғына аҡса тапҡанлы- ғын белдергән бер һүрәттә тора ине.

Бәҙри сәйҙе яһап алдына ҡуйғас ҡына йөҙө асыла башланы. Нисек булһа ла, ошо ҡатын һәм балаларымды асыҡтырмаҫҡа тырышып мал табам тигән төҫлө: 199
Закрыть