Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 197.

Йәмилә бүлмәлә яңғыҙ ултырғанда, аш бүлмәһендәге ашамлыҡ нәмәләрен күҙҙән кисерҙе. Бында торған ашамлыҡтарҙы күреп, ауыҙынан һыуҙар килде. Донъяла нисек рәхәт торған кешеләр бар, тип, апайҙарының бик ябай тормошон батшалар тормошо кеүек күрҙе. Бигерәк тә мейес алдында таба менән торған бәлеш Йәмиләнең диҡҡәтен үҙенә тартты. Ҡулы ихтыярһыҙ ҡуҙғалып, табалағы бәлеш киҫәктәрен алып ашарға теләй башланы.

Шул ваҡыт апаһы кереп, ҡулындағы ҡағыҙға төргән аҙ ғына сәйҙе Йәмиләгә килтереп бирҙе лә: — Мә әле, аҙыраҡ сәй, беҙҙә эш-фәлән юҡ, — тине.

Йәмиләнең ике күҙе һаман табала ғына торғанға күрә, апаһы бәлеште килтереп уның алдына ҡуйҙы, Йәмиләнең теләгәне булды. Бәлеш төбөн ҙур-ҙур ҡабып, бик тиҙ ашап бөтөргәс, их, тағы аҙыраҡ булһа, тигән төҫлө ауыҙын ялап ҡуйҙы.

Апаһы бер иҫке сепрәк алып ҡалдыҡ күмәс һыныҡтары менән ҡалған ит киҫәктәрен ҡушып Йәмиләгә бирҙе лә: — Минең бара торған ерем бар, хуш булып тороғоҙ, беҙҙең улай ке­ шегә биреп торорлоҡ байлығыбыҙ юҡ, — тип Йәмиләне оҙатып ҡалды.

— Йә, һау булығыҙ, рәхмәт инде, — тип сығып китте.

Был нәмәләр бик аҙ һәм хәйерселәргә генә бирелә торған нәмәләр булһа ла, Йәмилә хисапһыҙ шатланды. Юлда ҡайтып барған ваҡытта, ҡуйынына әллә ниндәй ҡиммәтле нәмәләр ҡыҫтырған кеүек, төшөп ҡалмағанмы икән тип, тотоп-тотоп ҡараны һәм, тормошо тамам тәьмин ителгән кешеләрсә шатлана ине. Шатлыҡ менән, шәп-шәп атлап, өйөнә ҡайтып керҙе. Йәмиләнең бөтә иғтибары ҡуйынындағы нәмәләрҙә булғанға күрә, битен ышҡырға онотоп туңдырған ине. Ул быны өйгә кергәс кенә белде. Аяғы әрней башлағас, сисеп ҡарау менән аяҡ бармаҡтарының да туңғанын күрҙе. Ләкин аяҡ бармағы туңыу Йәмилә өсөн бер ни ҙә түгелдер. Ярлы кешенең аяғы тиҙ боҙолмай, бик тиҙ ревматизм да булмай, дауаһыҙ-ниһеҙ бер-ике көндә үҙ алдына үҙе бөтә лә ҡуялыр. Йәмилә инде, бик рәхәтлек менән, алып ҡайткан әйберҙәрен сисеп ҡарай башланы. Алып ҡайтҡан нәмәләрен шулай берәм-берәм ҡарап, күҙҙән кисергәс, бер киҫәк күмәсте ҡулына тотоп, Бәҙриҙең бишмәтен бирергә керҙе. Алып кергән бер һыныҡ күмәсте Бәҙригә биреп, рәхмәт әйттерәһе килгән төҫлө торҙо. Унда күреп ҡайт­ ҡан нәмәләрҙе берәм-берәм бик ҙур ваҡиғалар күргән төҫлө иттереп һөйләне.

Апаһының танымай торған, илтифат та итмәүен һөйләмәне, әл­ биттә. Ярлы булғанлыҡтан, ул илтифат тигән һүҙҙе белмәне лә. Бын­ дай илтифатты өмөт тә итмәне. Бер һыныҡ күмәсте апаһының илтифаттарынан артыҡ күрә ине ул.

Улар, донъяның ауырлыҡтары араһында ҡайнап ғүмер иткәнгә күрә, уларға кешенең илтифаты кәрәк тә түгелдер. Уларға илтифат 198
Закрыть