Ике күҙенән йәшен мөлдөрәтеп йығылған урынынан торҙо ла, тағы бик шәп бара башланы. Төньяҡтан иҫкән бик ҡаты һалҡын ел, беҙ кеүек сәнсеп-сәнсеп ала. Фәҡәт ярлылыҡ барыһына ла сабыр итергә мәжбүр ҡыла.
Шулай битен ышҡый-ышҡый бара торғас, апайҙарының фатир ҙарына барып етте һәм һорауһыҙ-ниһеҙ барып та керҙе.
Апай тейешле тигән ҡатын, Йәмиләне күргәс, хәйерсе ҡатыны тип уйланы һәм: — Бөтмәҫ хәйерселәр киләләр ҙә керәләр, бында уларға әҙерләп ҡуйған нәмә бар тип белерһең, — тип бер һыныҡ күмәс килтереп бир гән ваҡытта, Йәмилә күрешергә ҡулын һуҙған булды.
Апаһы ҡулын бирмәйенсә, текәлеп ҡарап торғандан һуң, ирекле- ирекһеҙ күрешеп, бик һалҡын йөҙ, күңелһеҙ тауыш менән: — Мин һеҙҙе бер ҙә таный алмайым, бер күргән кеүек булам, һеҙ ҡайҙағы ҡатын һуң? — тигәс, Йәмилә: — Мин үҙегеҙ менән бер ауылдан, фәлән кешенең ҡыҙы бит, мин һине бик беләм, әсәй һеҙҙе һәр ваҡыт һөйләй торған ине.
— Ә, улай икән, мин инде онотоп бөткәнмен шул. Беҙҙә берәй йомошоғоҙ бар инеме?
— Мин һеҙҙе күрер өсөн генә килгән инем. Берәр эш булмаҫмы икән тип тә уйлайым.
— Беҙҙә ниндәй эш булһын? Беҙ бит кеше ҡушып эшләтерлек бай кеше түгел. Башҡа йомошоң юҡмы?
Йәмилә нимә әйтергә белмәй туҡталып ҡалды ла, күңеле тулып: — Мин һеҙгә аптырағандан килгән инем. Минең хәлем был көндә бик ауыр. Ирем әллә ҡайҙа ташлап сығып китге, — тигәс, апаһы: — Иреңә яҡшы хеҙмәт итмәгәнһеңдер. Юғиһә, ни эшләп ташла һын? Яҡшы хеҙмәт итергә кәрәк ине, — тип яуапланы.
— Ул инде яҡшы хеҙмәт ҡәҙерен белә торған кеше түгел, һәр көн эсә лә ҡайта торған ине. Беҙҙең арала улай ташлап китерлек бер нәмә лә юҡ, бары эш юҡлыҡтан ас тора торған инек. Ул мине туйҙырырға ауырһынғандыр.
— Үҙеңдән булғандыр инде. Ирҙәр юҡҡа ғына ташлап сығып кит мәҫтәр. Ир булғас, эсеп тә ҡайтыр. Был саҡтағы йәш ҡатындар ашап тик ятырға ғына яраталар.
— Юҡ, үҙемдән нисек булһын.
— Ана теге һикегә ултырып тор әле, — тип, апаһы икенсе бүлмәгә сығып китә.
Йәмиләгә апа тейешле булған был ҡатын үҙен бик юғары күрә торған, иренә тамам баш булған, теләһә нисек йөрөй торған бер ҡатын ине. Ул теге бүлмәгә бер ҙә йомошһоҙ ғына сығып китте. Күңе ленән: «Әҙерәк көтөп торһон әле, берәр эсерлек сәй менән аҙ-маҙ күмәс биреп ебәрһәм ярар. Ирҙәренә хеҙмәт итә алмайҙар ҙа, иргә һыл тап йөрөйҙәр», — тип уйланы.
197