— Ирең һаман ҡайтманымы ни? — тине. Йәмилә тағы ихтыярһыҙ йәшен ағыҙа башлап: — Юҡ шул, — тигән ике һүҙҙе һуҙынҡырап саҡ-саҡ әйтеп бөтөрҙө. Бәҙри: — Типһә тимер өҙөрлөк, тап-таҙа егет, йәш кенә ҡатынын яңғыҙ ташлап, әллә ҡайҙа тик йөрөгәнсе, эшләп бергә-бергә тамаҡ туйҙырып торһа ни була икән инде, — тине.
Йәмилә күҙ йәшен туҡтата алмайынса, ҡалтырауыҡлы тауыш менән: — Эйе, Бәҙри апай! Ул уны уйлай торған кеүек күренмәй. Кисә төн буйы ҡурҡып, йоҡлай алмай сыҡтым.
— Улай яңғыҙ яткансы, беҙгә кереп ятыу кәрәк ине. Беҙҙең мейес башы бик иркен, Гөлйыһан менән бергә ятыр инегеҙ.
— Уны үҙем дә уйлаған инем дә, ул ҡайтып кергәндә өйҙә булма һам, әллә ни уйлар, әллә ниҙәр сығарыр тип ҡурҡтым.
— Инде ни эшләмәксе булаһың?
— Ни эшләйем һуң! Бер нәмә лә белмәйем. Әле, һеҙ бишмәтегеҙҙе биреп тормаҫһығыҙмы икән, тип кергән инем. Әлеге апайҙарыма барып ҡарайыммы икән тип уйлаған инем.
— Алһағыҙ алырһығыҙ шул инде. Үҙем дә бөгөн берәр эш эҙләп ҡарайыммы икән тип уйлаған инем. Яңғыҙ ирҙәргә генә ышанып ятыуы ла бик ҡыйын. Әле ике көн булды инде бер ҙә эш таба алмай, йөрөй ҙә ҡайта. Бөгөн иртә үк тороп сығып китте. Берәр эш табылһа ярар ине лә, тапмаҫ шул. Был арала бер ҙә ҡар яумай башланы. Бала лар ҙа ас, кисәнән бирле ашағандары юҡ. Барып ҡайт инде, өйҙә булһалар ярар ине, — тип, бишмәтен һалып бирҙе.
Йәмилә бишмәтте алып кейә-кейә: — Бөгөн өйҙә булырҙар әле. Улар иркен генә торалар. Уның ире урамда ат менән кешеләр йөрөтөп, бик яҡшы аҡса таба, — тине.
— Ул тирәлә берәр эш табылмаҫмы? һорап ҡайт, йәме? Икәү булһа ла барып эшләрбеҙ, эштең ояты юҡ, ниндәй эш булһа ла ярар.
— Үҙем дә, бигерәк шуның өсөн барам. Әллә уларҙа уҡ эш табылыр әле.
— Улай булғас, барғаның яҡшы инде. Түлке тиҙерәк ҡайт, эш ҡуш һалар кире барып эшләрһең, теге эш таба алмай ҡайтһа, мин дә берәр йүнен ҡарамай булмаҫ, асҡа үлер хәл юҡ.
— Йә, һау булып тороғоҙ инде, — тине лә сығып китге.
Йәмилә юл буйынса бер нәмәгә лә ҡарамай, елгә ҡаршы битен ҡаплап, йүгерә-йүгерә барҙы. Бик оҙаҡ барғас, сабатаһының бауы өҙөлдө. Бер яҡтан бите туңа башланы, икенсе яҡтан, ҡулы бик өшө гәнгә күрә, сабата бауын бәйләй алмай, бер аҙ мәшәҡәтләнеп торған саҡта, артынан бер атлы кеше килеп: «Ниңә юлда тораһың?» — тип, сана үрәсәһе менән бәрҙереп йығып китте.
196