туҡта әле, берәр ерҙән эш табып булмаҫмы икән, тип уйланы. Ләкин кемгә барып хеҙмәт итһен? Ихтимал, иҙән, кер йыйыу кеүек берәр эш табылыр ине, ул һуң уны нисек барып һораһын?
Рустарға барыр ине, бер һүҙ ҙә русса белмәй. Белһә лә, ундай хеҙ мәткә ҡушырлыҡ байлығы булған рустарҙың махсус хеҙмәт итә торған ҡатындары барҙыр. Был ҡаланың русса аҙ-маҙ белә торған ҡатындары һәм ҡыҙҙарының яртыһы тип әйтерлек, руста, еврейҙа кухарка булып хеҙмәт итәләр. Фәҡәт улар электән ҡалала тороп, шуның юлын белгәндәрҙер. Йәмилә, шул тар ғына фекерен төрлөсә салыштырып ҡарағас, апайҙарына барып ҡайтыуҙан артыҡ эш тапманы. Нисек булһа ла, Бәҙриҙең бишмәтен һорап торорға ҡарар бирҙе лә эстән үҙенең былтыр тектергән камзулын кейеп алды. Ҡыҙ сағында ауылда бәйләгән ойоғон сабата менән кейеп, Бәҙриҙәргә керҙе. Бәҙри: — Ирең ҡайттымы? — тип һорау менән, уның күңеле тулып, ташып түгелергә торған хәсрәттәрен белдерә торған һүрәттә, ирендәре тиб- рәнә башланы һәм бөртөк-бөртөк күҙ йәшен түгеп, һулҡылдап илап ебәрҙе.
Аслыҡ һәм хәсрәт сәбәпле ихтыярһыҙ сыҡҡан был күҙ йәштәре һәм ысын күңелдән ҡуҙғалып, үкһеп торған тауыш кемдең дә булһа күңеленә, йөрәгенә тәьҫир итерлек ине. Шул сәбәпле Бәҙри ҙә, бергә ҡушылып, күҙ йәштәрен түгә башланы. Бәҙри ас булыу, ярлы көн итеү йәһәтенән Йәмиләгә иптәш ине. Шуның өсөн бер-береһен ҡыҙғаналар, ҡайғыларын бүлешәләр, бер-береһенә ҡарап һүҙ ҡушырға теләһәләр ҙә, ирендәрендә хәл булмағанға күрә, һүҙҙәрен әйтә алмайҙар ине.
Йәмиләнең эсендә тулған хәсрәтен яңғыҙ, ошо ағып торған күҙ йәше генә баҫҡан төҫлө була ине. Бер ҙә ҡыҙғаныусы кешеһе булмаһа ла, Йәмилә лә әҙәм балаһы бит, уның күҙенән аҡҡан был йәштәр ихтыярһыҙ сыға. Был ваҡытта уның ауыҙында ла ихтыяр юҡ. Нисек итһен инде? Йәмилә көсләп ярлы булмаған, көсләп тәрбиәсеһеҙ ҡалмаған, көсләп ас тормайҙыр. Быларҙың һәр береһенең сәбәптәре бар.
Ул бөгөн аслыҡтан шулай хәлһеҙләнгән, Бәҙриҙең һүҙенә ҡаршы яуап та бирә алмай. Был минутта Бәҙри генә уның хәлен белә. Шуның өсөн ул Бәҙригә ҡарап, хәсрәтемде бына һин генә беләһең, тигән кеүек илай ине.
Йәмилә бик ләззәт менән, хәсрәте баҫылғансы илағас, аҙ ғына ҡай ғыһы еңеләйгән, зарланып бер кешегә хәлен һөйләгән төҫлө булып, күҙ йәшен ағыҙыуҙан туҡтаны. Ғәзиз күҙҙәрем, туҡтағыҙ инде, тигән кеүек, ипләп кенә ең осо менән һөртөп алды. Күҙен һөртә-һөртә торһа ла, күҙ алмаһының өҫтө һаман да күҙ йәше менән ҡапланған ине. Бер кеше килеп, эй бисара Йәмилә тиһә, йәше ағып китергә генә тора ине. Күп илағандан һуң әйтелә торған «уф-ф!» тигән өс хәрефте ҡабатлағас, хәл йыйған кеүек булды. Бәҙригә ҡарап бер ни ҙә әйтергә белмәй торғанда, ул йыуаш ҡына шәфҡәтле тауыш менән тағы: 195