тырҙы. Уға бөгөн дә эш табылманы. Өйҙән-өйгә йөрөргә кереште. Шулай эҙләнеп йөрөй торғас, эш табыуҙан өмөттө өҙҙө лә, икенсе фекергә төштә. Был фекер әҙәм балаһына иң аҡтыҡ дәрәжәлә генә төшә торған иң түбән бер эштер. Ул фекере лә: эш юҡ тигән ерҙән, теләнеп булһа ла ваҡ-төйәк икмәк киҫәктәре һорап алыу һәм шуның менән өйҙә ятҡан астарҙы туйҙырыу ине. Шулай булһа ла, хәйерсе булыуҙы күңеле яратманы, выжданы ул эшкә ебәрмәне.
Донъя һинең выжданың менән ни ҡылһын? Ул һине ҡыҙғанамы ни? Шәриф бер өйгә кереп эш һорағас, уға: «Юҡ!» — тип яуап бирҙе ләр. Ләкин ул китмәй туҡтап торҙо... Йорт хужаһы: «Юҡ тип әйттем бит...» тигәс, Шәриф оялып ҡына: — Улай булһа, — тине...
— Нимә, улай булһа?..
— Балаларым күп ине, ас яталар...
Теге кеше Шәрифте ҡыҙғанып, ике тин көмөш саҙаҡа бирҙе. Шәриф, бына был да бер кәсеп икән, тағы бер аҙ булмаҫмы? — тип, икенсе өйҙәргә лә кереп, бер йәһәттән эш, икенсе яҡтан саҙаҡа һора нып, бер аҙ нәмәләр йыйҙы.
Бына беҙҙең Шәриф шул көндән башлап, хәйерселәр төркөмөнә, ярлылыҡтың да иң түбән дәрәжәһенә керҙе. Бер оят ҡасҡас ҡаса инде. Бара торғас, бер ҙә оялмай ғына теләнә башланы. Уны таныған кеше юҡ. Башҡа ни эшләһен? Асҡа үлһенме? Хәйерсе ҡайҙан сыға? Кеше нисек бындай насарлыҡты оялмайынса ҡабул итә? Үҙенә хәйерсе исемен ала, тип ғәжәпләнергә ярамай.
Ярлылыҡ, кәсепһеҙлек, шулай иттереп, хәйерселәрҙе бик яҡшы лап, үҙе килтереп сығара. Шәриф алып ҡайткан нәмәләрҙең һоранып алып ҡайткан нәмәләр икәнен Бәҙри һорамай белде.
Улар, ярлы булғанға күрә, түбән фекерле булырға әллә ҡасандан өйрәнеп килгәнгә, быны бер ҙә ауырһынмай ғына ҡабул иткән төҫлө булдылар. Бына, сараһыҙ рәүештә, беренсе тапҡыр булараҡ, балала рына һәм ҡатынына саҙаҡанан алған киҫәктәрҙе ашатты.
V Асылда, матур ғына булған Йәмилә, ас йәшәй торғас, тамам арыҡ ланды. Матурлығы китә башланы. Күҙ төптәре күгәреп сыҡтылар. Бигерәк тә кисәнән бирле түккән күҙ йәштәре, ауыҙынан сыҡҡан аһтары уның төҫөн боҙҙо, ирендәрен киптерҙе. Тураһы — тамам башҡа бер Йәмилә булды. Бөгөн аптыраны, алйыны. Әлеге апай тейешле ке шеләргә бармаҡсы булды. Уйлап-уйлап торғандан һуң, Бәҙриҙең биш мәтен һорап ҡарамаҡсы булды.
Ихтимал, унда барғас, бер мәртәбә тамағы туйыр ҙа, бөтә хәсрәт тәре бөтөр кеүек күренә ине. Ул тәүге фекеренән бик тиҙ ҡайтты һәм 194