тереклек һәм шатлыҡ әҫәре тыуып, урындарынан ҡуҙғала башланылар. Был аш бик тәмһеҙ генә булһа ла, тирләп-бешеп эсеп алдылар.
Шәриф менән Бәҙриҙең ике күҙе күктә ине. Аҙ ғына болот күренһә, Ғайса пәйғәмбәр ҡәүеменә төшкән маидә1 кеүек күреп шат ланалар. Болот таралып китһә, хәсрәтләнәләр ине. Сөнки болоттар ҡу йырып яуа башлаһа, иртәгә эш булыуында һис тә шик юҡтыр.
Бөгөн Шәйех сығып киткәс, Йәмилә лә кискә ҡәҙәре бер нәмә лә ашамай, көндө ураҙа тотоп уҙҙырҙы. Бәлки, кискә ирем берәр нәмә алып ҡайтыр әле, тип дүрт күҙ менән көтөп торһа ла, әйбер алып ҡайтыу түгел, Шәйех үҙе лә ҡайтманы. Аптырағас, Бәҙриҙәр янына кереп ултырған булды. Унда ла бөгөн бер ҙә рәт юҡ икәнде аңланы. Улар үҙҙәре Йәмиләнән артыҡ ҡайғылы һүрәттә, бер-береһенә ҡара шып, һап-һары булып ултыралар. Йәмилә нихәл итһен инде? Кемгә барып үҙенең ас икәнен белдерһен дә кемдән ярҙам һораһын?
Унда ла яй таба алмағас, өйөнә ҡайтып ултырҙы.. Был өй ни ҡәҙәре күңелһеҙ! Аһ, бында Йәмилә кеүек бик бәхетһеҙ кешеләр генә тормаһа, башҡа ирекле кеше бер минут тора алмаҫлыҡтыр. Йәмиләнең ләхет кеүек өйөнә яғып йылытырлыҡ утыны ла юҡ. Былай ҙа ул юнышҡы йыйып ҡына йылытып килә ине. Был көндәрҙә сатлама һыуыҡ булғас, юнышҡы алып ҡайтып та булмай. Шуның өсөн бөгөн һалҡында торорға мәжбүр булды. Кис булып, ҡараңғы төшкәндән бирле Шәйехте көтөп ултыра. Үҙе, уның ҡатыны булғас, һәр нәмәне унан ғына өмөт итә. Әллә ҡайтыр, бәлки, нәмәләр алып килер, — тип, минуттарҙы өмөт менән уҙҙыра ине.
Төн уртаһына саҡлы көтһә лә, Шәйех ҡайтманы. Ятып йоҡлар ине, берҙән — ас, икенсенән — япа-яңғыҙ булғанға күрә, ике күҙен көс ләп йомһа ла, уларға йоҡоноң әҫәре лә килмәне. Күҙен йомғас уның- күҙ алдында әллә нимәләр буталдылар. Уттар күренгән төҫлө булды һәм икмәк һүрәттәре кәүҙәләнделәр. Тыштағы ел тауышы аслыҡтан илаған балаларҙы иҫкә төшөрҙө. Ел әллә нимәгә зарланған төҫлө олоп, донъяның мәңге түгел икәнен әйткәндәй булды. Күңелгә ҡурҡыныслы нәмәләрҙең күренеш һәм һүрәттәрен төшөрә ине! Шулай ҡурҡа-ҡурҡа ҡалтырап, мейес башында ултыра торғас, йоҡлап китте. Төшөндә лә һаман шул өнөндәге нәмәләрҙе күрҙе. Таң да атты. Ул тағы уянды. Кисә сығьгп киткән Шәйех шул көйөнсә ғәйеп булды.
Был төндә Шәриф менән Бәҙри, ҡар яуманымы икән, тип әллә нисә рәт сығып ҡараған булдылар. Юҡ бит... Юҡ... Ҡар яуманы.
Иртән торғас та Бәҙри самауыр ҡуйҙы. Аҡтыҡ семтем сәйҙе һалып, ҡоро сәй эстеләр. Шәриф тағы эш эҙләп сығып киткән булды. Тағы ла, ярлылар араһына барып керҙе һәм ярлылар һанын бер кешегә арт 1 Ғайса ҡәүеменә төшкән маидә — дини әкиәттәрҙә һөйләнелгәнсә, ҡом сахра һында ҡалған саҡтарҙа йәһүдтәргә күктән төшкән ашамлыҡ әйберҙәре.
193