Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 191.

IV Шәриф теге урында бер аҙ ваҡыт көтөп торһа ла, бер ҙә эш тура килмәне, һис булмаһа, кисәгеләй берәр мәрйә лә осраманы. Көттө- көттө лә, бик ҡалтырай башлағас һәм сыҙар хәл ҡалмағас, өйгә ҡай­ тырға уйланы. Үткән көн, бик яҡшы күңелләнеп, күп нәмәләр алып ҡайтҡас, бөгөн ҡоро ҡул менән ҡайтыуы бик ауыр төҫлө күренде. «Ауыр булһа ла, ни хәл итергә кәрәк? һәр ваҡыт кисәге кеүек бәхет асылған көн тура килеп тормай шул! Донъя булғас, һәр төрлө хәлдәр була. Әллә ни эшләп булмай инде, хәл юҡ», — тип, ирекһеҙ генә, үҙен үҙе йыуатып, ҡайтып китте. Бигерәк, буш ҡул менән ҡайтырға ауыр­ һынып, яңы йорт һалынып торған бер ерҙән юнышҡылар йыйып, күтәреп алып ҡайтып керҙе. Өйҙә, булдыҡлы ирем эшләп, тағы әллә нимәләр алып ҡайтыр әле, тип көтөп ултырған Бәҙри Шәрифтең ҡоро юнышҡы менән генә ҡайтып кергәнен күргәс, бер аҙ күңелһеҙләнде. Шулай булһа ла, ҡуйынынан берәр нәмә сығыр әле, тип көтөп торҙо. Ләкин унан бер нәмә лә сыҡмағас, бөгөн бер ҙә эш булмағанды киҫкен рәүештә белде.

Гөлйыһан менән Хоҙайбирҙе лә, аталарының бер нәмә лә алып ҡайтмағанын күргәс, бойоғоп ҡалдылар. Хәҙер генә инде башҡа эш эшләр хәл юҡ, көтөп торған кәсебенән рәт сыҡмағас, бер ни ҙә эшләп булмай.

Эш һәм башҡа күңел йыуатырлыҡ нәмәләр булмаһа, ашағы килеп тороу, ярлыларҙың ғәҙәте бит инде. Шәриф саҡ-саҡ бер сәғәт ҡәҙәре сыҙап торҙо ла, сабырҙың аҙаҡҡы дәрәжәһенә килгәс, Бәҙригә самауыр ҡайнатырға ҡушты.

Самауыр, әлбиттә, оҙаҡ көттөрмәйенсә ҡайнап та сыҡты, сәй янына ла йыйылдылар. Күҙ тотоп торған аҡтыҡ киҫәк икмәк тә килеп етте. Икмәк хужаһы Бәҙри бик тигеҙлек менән киҫеп, һәр кемдең дәрәжәһенә ҡарап, өлөш тә бирҙе. Билдәле, Шәриф һәр ваҡыттағы кеүек, башҡаларға ҡарағанда, бер өлөш артыҡ алды. Сәй эскәндә икмәк етер-етмәҫ кенә булып ҡалды. Күңелһеҙ генә һүрәттә сәй эсеп тамам иткәс, Шәриф тағы эш эҙләп сығып китге. Эш эҙләп сығыуы ауыр түгел, эш табыуы ауыр. Шуның өсөн ни саҡлы йөрөһә лә, һаҡал, мыйыҡ туңдырып ҡайтыуҙан башҡа бер файҙа итә алманы.

Кис тә булды. Кисә был ваҡытта ниндәй рәхәт ине. Ҡаҙан тулы эсәктәр бешә, самауыр ҡайнай ине. Был рәхәтлектәр һәр береһенең күңеленән кисте. Бөгөн ас ятырға тура килә, ахыры. Бер ҙә башҡа рәт юҡ. Өйҙә туҙан ҡәҙәре булһын йәм юҡ. Тәҙрәгә боҙ ҡатҡан, ишектән гөрләп һалҡын керә лә тора. Кисә, ҡаҙан аҫтына яғып торғанға күрә, өйҙөң йылыһы бар ине. Бөгөн береһе лә юҡ.

Шәриф, бер ҙә өндәшмәй генә, нимә ашарбыҙ икән, тип торған саҡта, Бәҙри ашарға рәтләй башланы. Кисә туҡмастан ҡалған бер аҙ ғына он бар икән, уны ыумас итеп ыуҙы. Быны күргәс, башҡаларҙың йөҙөндә 192
Закрыть