һырып алдылар. Теге кеше бер сажин утынды ярҙырырға егерме тин генә бирә. Быларҙың һәр береһе, мин барам да мин барам, тип торғанға күрә, бер ҙә артыҡ бирмәй ине. Ярлылар бер һүҙгә килә алмай, үҙ-ара һуғыша яҙҙылар. Унан да, бынан да: «Осһоҙ, бармағыҙ! Баҙарҙы төшөрмәгеҙ!» — тип ҡысҡырыша башланылар.
Һәр ерҙә уҫалыраҡ кеше була һәм башҡаларға зыян килтерә бит. Былар араһында ла уҫалыраҡ береһе: «Мин барам, әйҙә, һеҙҙең эшегеҙ юҡ! Ярһам, үҙем ярам!» — тип арзан хаҡҡа булһа ла, китте лә барҙы. Бында ҡалғандары бер ауыҙҙан уны һүгеп ҡалдылар.
Бер аҙ көтөп торғандан һуң, эш табылмаҫ кеүек күренгәс, бәғзеһе урам буйлап эш эҙләп йөрөргә киттеләр, бәғзеһе аптырап, кире ҡайта башланылар. Беҙҙең Шәриф: «Һуңға ҡалһам, кисәге кеүек берәр эш сығыр әле», — тип шунда ҡалды.
Йәмилә был төндө лә ас көйөнсә уҙғарҙы. Ир заты булған Шәйех менән икеһе ике ерҙә ятып төн сыҡтылар.
Йәмиләнең ҡулынан бер эш тә килмәгәнгә күрә, ни эшләргә бел мәй, һаман шул тамаҡ туйҙырыу тирәһен генә уйлап ҡояш сығарҙы, Йәмилә өсөн ҡояш сығыуҙың, ҡояш байыуҙың һәм ғүмер үтеүенең бер ҙә әһәмиәте юҡ, фәҡәт уның күңелен борсоған һәм башын ваткан нәмә — тормош һәм икмәк мәсьәләһелер.
Шәйех, ҡояш сыҡҡан саҡта тороп кейенгәс, һөйләшмәй генә тәҙрә янында бер аҙ ваҡыт әллә нимәләр уйлап ултырҙы ла бер һүҙ әйтмәй сығып та китге.
Тыштан ҡарағанда Шәйех бер нәмә лә уйламаған кеүек күренһә лә, эстән ул: «Инде был ҡатынды ташлап китергә кәрәк! Үҙ көнөн үҙе теләһә нисек күрһен, минең унда ни эшем бар!» — тип уйлай ине. Ысынында, Шәйех үҙенең яңғыҙ ваҡытында теләһә нисек йөрөгәнен һағына башлаған ине: «Ни өсөн һуң был ҡатынды алдым? Нисек итеп бынан ҡотолорға? Бынан ҡотолһам, бик яҡшы булыр ине», — тигән фекерҙәрҙе уйынан кисерә ине. Бына Шәйех, тәҙрә төбөндә ултырғанда, шул фекерҙәрҙе уйлап эсенән: «Инде мин киттем, кире ҡайтмам», — тип сығып китте.
Шәйехтең йәш кенә ҡатынды бер ҙә ҡыҙғанмай ташлап китеүенә иҫегеҙ китмәһен, Йәмилә кеүек ун алты йәшендә кейәүгә барып, берәр йыл торғас та ире ташлап киткән, ун ете йәшендә, тәрбиә итеүсе булмай, урамда ҡалған ҡатындар бер ул ғына түгелдер. Беҙҙең татарҙар араһында уларҙың һаны бик күп булалыр.
Шәйехтең Йәмиләне ташлап китеүе, Йәмиләнең ас көйөнсә, һалҡын өйҙә яңғыҙ тороп ҡалыуы беҙгә генә ҡыҙғаныс төҫлөлөр. Ул Шәйехкә ҡайҙа булһа ла бер, ҡайҙа барһа ла икенсе бер Йәмиләне шулай эләктереп алыр. Бара торғас, уны ла ташлап китер. Бер ҙә иҫегеҙ китмәһен!..
191