Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 19.

ҡарап, «унда нимәлер бар?.. Был йортто ҡәһәр һуҡты», тигән кеүек үтәләр, ҡайһы бер йәшерәктәре үҙ-ара һөйләшеп: — Матурлыҡ менән дан сығарған ҡыҙ шулай була ул!..

— Үҙен бик юғары тота ине!..

— Ирҙәрҙән ҡаса ла белмәй ине!..

— Уйнашсы Ғәлимә йорто!.. — тип үтәләр. Ҡарт әбей-һәбейҙәр: — Илаһым, үҙең тәүфиҡ бир!..

— Балаң шулай йөҙ ҡаралығы килтерһә, ни эшләр инең?..

— Ауылдан бәрәкәт ҡасырып, зина ҡылалар бит!..

— Хоҙайҙан нисек ҡурҡмайҙар, әҙәмдәрҙән нисек оялмайҙар?

— Алланан ҡурҡмаһалар ҙа, бәндәләрҙән оялырға кәрәк! — тиҙәр ине.

Ғәлимә апайҙы яҡлап, уны ҡыҙғанып, бер генә һүҙ әйтеүсе лә күренмәгәс, бер генә кешенең ауыҙынан да уның файҙаһына ҡаратып әйтелгән һүҙҙе ишетмәгәс, бигерәк тә ҡурҡыуға ҡалдым. Уларҙы туҡмап үлтермәһәләр ярар ине, үткән йыл әллә ҡайһы ауылдың ат ҡарағын урамда туҡмап үлтерҙеләр бит, быларҙы ла шулай ғына һәләк итмәһәләр ярар ине, — тигән уйға төштөм.

Ярты сәғәт эсендә ахун хәҙрәт өйөнөң тирәһе ҡара сәүкә кеүек халыҡ менән тулып өлгөрҙө. Улар унда йыназа сыҡҡанын көткән кеүек көтәләр, бөтәһе лә Ғәлимә апай менән Закирҙың баштарына киләсәк «шәриғәт хөкөмөн» һәм уның язаһын күрергә теләп, урында­ рында баҫып тора алмайҙар ине.

Бер аҙҙан һуң хәлфәләр ҙә, хәҙрәт йортона килеп, өйгә инеп кит­ теләр. Халыҡ уларға юл биреп ҡалды.

Бына бер ваҡыт, Закир ағайҙы ете-һигеҙ кеше ныҡлы ҡарауыл аҫтында, ҡарауыл өйөнән алып сыҡтылар, йыйылған халыҡ уны күреү менән, был яҡҡа йүгерә башланы һәм былар, үҙ ғүмерҙәрендә Закирҙы йәки Закир тигән «ғәжәп мәхлүкте» бер тапҡыр ҙа күрмәгән кеүек, уны һырып алдылар. Ул, меҫкен, башын түбән эйгән хәлдә, шул халыҡ тул­ ҡыны уртаһында ҡамалып тороп ҡалды. Шул ваҡытта уның үҙенә ишеттереп үк: — Бына шәп егет, никахһыҙ-ниһеҙ ҡыҙ алған!

— Туй менән, булғас, аҡса сыға бит!.. Ә былай анһат.

— Шәберәк атла. Кисә бик шәп булғанһыңдыр бит!

— Малайҙың бөгөн башы түбән төшкән! — тип, ҡысҡыралар ине.

Халыҡтың асыулы рәүештә шулай ҡысҡырыуҙарын күргәс, мин­ дәге ҡурҡыу тағы ла артты. Быларҙың хәҙер береһе лә кисәге беҙҙең ауыл кешеләре түгел, бөтәһе лә беҙгә, Ғәлимә апайға, Закир ағайға сит кешеләр — дошмандар кеүек ҡурҡыныс булып күренделәр. Бөтәһе лә был эштең булыуына шатланған кеүек һиҙелделәр.

Закир ағай хәҙрәттәр яҡынлашҡан һайын, уның тирәһендә халыҡ күбәйә барған һайын төрлө мыҫҡыл һүҙҙәрен әйтеүселәр арта ине. Шул ваҡытта халыҡ араһынан: 20
Закрыть