етерлек сәй бар. һәр көн былай булып торған ваҡытта, ярлылар бер ҙә ҡайғырмай улар.
Бәҙри, аҙыраҡ ятҡас, торҙо ла ҡаҙандан сүмес менән һыу алып битен йыуҙы. Самауыр ҡуйҙы. Шәриф йоҡоһонан уянып: «Бөгөн күңел тыныс» — тигән кеүек, иҫнәй-иҫнәй, бер ҙә ҡайғыһы юҡ төҫлө, сабатаһын алып, бик шәп итеп кейенде. Тышҡа сығып керҙе лә: «Ай-Һай, көн һалҡын икән, харап, нисек һуң был арала бер ҙә ҡар яумай башланы», — тип, тырнана-тырнана мейес башына менеп, аяғын һалындырып ултырҙы ла, тәмәке тарта башланы.
Ҡалай самауыр тағы ҡалтырана башланы. Икәүләп сәй эсеп алды лар. Гөлйыһан менән Хоҙайбирҙе, кисә кис бик туйып ятҡанға күрә, бөгөн иртән бик һуңға ҡалып торҙолар. Аталары сәй эсеп бөтөр саҡта ғына тороп, кисә үҙҙәренең кәлдә бешереп алған күмәстәрен аша нылар.
Шәриф, ярлыларҙың көн дә бара торған урынына китмәксе булып, кейенә башланы. Көн бик һалҡын булғанға күрә, эстән Бәҙриҙең биш мәтен дә кейеп алды. Бына ул, Аллаға тәүәккәл тигән төҫлө, балтаһын ҡултығына ҡыҫтырып, тиҙ-тиҙ атлап, ярлылар араһына кереп китге.
Бер ергә йыйыла торған ярлылар, бер-береһен күптән танып бөткәндәр ине. Шул сәбәпле, йыйылыу менән, үҙ-ара кисә ни эшлә гән, эш тапҡанмы, юҡмы, күпме аҡса тапҡан, ни эшләп тапҡан, кеүек һорауҙар менән, көндәге гәҙәт буйынса, һөйләшә башлайҙар ине. Бөгөн дә шулай булды.
Башҡа ярлыларҙың күбеһе, кисәге көндә бер тин дә аҡса таба алмағанға күрә, Шәрифтең бер ҙә юҡ ерҙән алтмыш тингә яҡын аҡса табыуына ғәжәпләнделәр. Быны ғәҙәттән тыш бер эш кеүек итеп, бер-береһенә ҡарап: — Бына нисек?! — тинеләр.
Шәриф тә, үҙенең бәхетлерәк бер кеше икәнен белдерәһе килеп: — Мин был арала бер ҙә аптырағаным юҡ әле, бер ҙә уйламаған ерҙән кәсеп табыла ла тора, нисә әйтһәң дә, ҡала ере ҡала ере шул, ауылда бер бәрәкәт булһа, ҡалала ҡырҡ бәрәкәт, тигәндәр, — тине.
Был ярлылар үҙҙәренең кәсеп һәм килер аҡсалары тураһында бик күп һүҙҙәргә сума торғандар ине. Бөгөн, бик һалҡын булғанға күрә, улай рәхәтләнеп һөйләргә ирек бирмәй ине. Сөнки тиҙ-тиҙ ҡолаҡты ыуырға кәрәк. Ҡолаҡты ыуып бөтөрөүгә, бит алмаһы сатнап киткән төҫлө була — уны ышҡырға кәрәк. Әле лә бындағы кешеләрҙең биттәре өшөп бөткән, кипкән япраҡ йәбештергән кеүек булып тора. Шулай булһа ла, ара-тирә был арала ҡар яумағанлыҡтан зарланыштылар. Бәғ- зеһе ас торғанлыҡты, бәғзеһе ҡатыны кер, иҙән йыуып алған нәмәләрҙе ашап ҡына тамағын туйҙырғанлыҡты һөйләйҙәр ине.
Шулай һалҡында, гармунһыҙ бейеп торған был ярлылар араһына бер кеше, утын ярҙырырға эш бар, тип килгән ине. Ярлылар, нәрәтә ауыҙына тығылған балыҡтар кеүек, барсаһы бының алдына килеп, 190