Хоҙайбирҙе ыңғырашып уянды. Уны Бәҙри ишетеп, бер ҙә иренмәй генә барып, өҫтөнә ябып ҡуйҙы. Был ваҡытта Хоҙайбирҙе тәлмәрйен төҫлө булып йөҙтүбән ята ине.
Уларҙың был көндәре шулай шатлыҡ менән уҙҙы. Иртән өсөн дә бер ҙә ҡайғырырлыҡ түгел: икмәктәре лә, сәйҙәре лә бар. Был ярлы ларҙың был көндәре бик рәхәтлек менән уҙған көндәрелер. Ярлыларға туйғансы ашау, туйғансы сәй эсеү бик һирәк тура килгәнгә күрә, улар өсөн был көндәр ғәҙәттән тыш бәхетле уҙған көндәрҙән иҫәпләнергә мөмкин. Фәҡәт Йәмилә генә бөгөн иң ауыр хәсрәттәрҙең уртаһында ҡалды. Бәҙри биргән бер киҫәк арыш икмәге менән ас тамағын туйҙырғандан һуң, оҙон, ҡараңғы, ҡурҡыныслы ҡыш көнөнөң төнөн яңғыҙ бер үҙе, йоҡламайынса, ҡурҡа-ҡурҡа уҙҙырҙы. Ҡараңғыла әллә нимәләр уйлап ҡурҡа, хәсрәтенән илай, һалҡынлыҡтан ҡалтырана ине. Ул, шулай төрлө хыял даръяһында ултырғанда, таң алдынан Шәйехтең йырлаған тауышын ишетте. Уның ҡайтыуы Йәмилә өсөн хәсрәт булмаһа, шатлыҡ түгелдер. Шәйех өйгә керҙе лә, һүгенә-һүгенә арлы-бирле талпынып, бер улай, бер былай һелкенеп, һикегә йығы лып китте. Ул, Йәмиләне һүгә, ашарға табырға ҡуша: — Мин һине ни өсөн алдым? — ти. һүҙ араһында йырлап та ебәрә, бара торғас, ҡыҙып китеп: — һин минең башыма бәлә генә булдың! — тип ҡысҡыра.
Йәмилә Шәйехкә асыуланыр ваҡытта, һис ғәйепһеҙ Йәмиләгә Шәйех асыулана. Кәсеп таба алмағанлыҡтың, тапһа ла аҡсаһын эсеп бөтөргәнлектең үсен Йәмиләнән алмаҡсы була. Йәмилә ҡаршы бер һүҙ әйтһә, шуны һылтау итеп туҡмарға, өйҙән ҡыуып сығарырға ғына тора. Шулай һүгенә торғас, Шәйех ятҡан урынында йоҡлап китте, Йәмиләнең күҙенә һаман йоҡо килмәне, һаман, һис туҡтауһыҙ, уйлана, бөтмәҫ күҙ йәшен бер туҡтауһыҙ ағыҙып ҡына тора ине.
Бер аҙҙан һуң Шәйех тағы уянды, тағы һүгенә башланы. Эсергә һыу һорап ҡысҡырҙы. Өйҙәре ҡәбер кеүек ҡап-ҡараңғы, ҡоҫоҡ еҫе менән һаҫыған һәм әҙәм нәфрәтләнерлек ине.
Бына ярлыларҙың тормош ләззәте нисек?!
III Шәрифтәр, бала-сағалары менән ит ашап, тәмле йоҡоға ятҡандар ине бит әле. Бәҙри таң аткан ваҡытта тороп, тышҡа йүгереп сығып, ҡар яумағанмы икән, тип ҡарап керҙе. Сөнки ҡар яуғанмы, яума ғанмы тип ҡарап кереү — быларҙың ғәҙәтелер. Ҡар яуған булһа, намаҙ ваҡытынан уҡ тороп, тиҙерәк ашап-эсеп, ҡар көрәргә китергә кәрәк була. Бәҙри ейгэ'кереп: «Юҡ, бөгөн дә ҡар яумаған икән», — тине лә, артыҡ хәсрәтләнмәй генә, кире ятты. Хәсрәтләнергә урын да юҡ — кисә бик ныҡ ашап туйып ятҡан, бөгөн ашарға етерлек икмәк, эсергә 189