Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 187.

— Ҡара әле, Гөлйыһан, ҡара әле, Гөлйыһан, уҡа яһайым... — тип ҡысҡыра.

Түр башында ятҡан Шәриф усаҡтағы утҡа ҡарап, асыуланмай ғына: — Тик тор, Хоҙайбирҙе, тик тор! Ут төшөрөп өҫтөндө яндырып ҡуйырһың, — ти. Гөлйыһан иғтибар менән ҡарап тора торғас, әсәһе­ нән ҡамыр һорап алды һәм уны кескенә күмәс төҫлө иттереп яһаны ла, кәлгә күмеп, бешерергә кереште. Уны күреп, Хоҙайбирҙе лә шулай итергә ҡыҙығып, әсәһенән ҡамыр һорай башланы. Әсәһе, бер ҙә асыуланмай ғына, Хоҙайбирҙегә лә ҡамыр бирҙе. Гөлйыһан апаһы уның да ҡамырын шулай бешереп бирә.

Шәриф, ата булғанға күрә, быларҙы ҡарап ҡына ята. Бына бер ваҡытта аш та беште. Көтөп алған шатлыҡтың нәтижәһе яңы килеп етте. Бәҙри итте һоҫоп алғас туҡмасты ҡаҙанға һалып бешерҙе лә, бер иҫке табаҡҡа һоҫоп ҡуйҙы. Бысаҡ тотоп көтөп ултырған Шәрифтең алдына баяғы сәй эскән ваҡыттағы ашъяулыҡты килтереп йәйеп ҡуйҙы. Табаҡты килтереп ултыртҡас, тирә-яғына ҡалаҡтарҙы теҙеп сыҡты. Гөлйыһан ҙурыраҡ булғанға күрә, әсәләре менән бергә табаҡ­ тан ашаны, Хоҙайбирҙегә сүмескә һалып бирҙеләр.

Бер ҙә тауыш-тынһыҙ ғына туҡмасты ашап бөтөрҙөләр. Бәҙри аштан һуң табаҡ менән эсәк һәм иттәрҙе ризыҡ табыусының алдына килтереп ҡуйҙы. Шәриф бысаҡты ҡулына алып ит турай башлағас, һәммәһе уның ҡулына ҡарап ҡалдылар. Уның һәр бер хәрәкәтенә, ҡулынан киҫелеп төшкән иткә ҡарап ҡына торалар ине.

Ихтыярһыҙ күҙҙәре кесерәйеп, ҡулдары һуҙылып торған Гөлйыһан менән Хоҙайбирҙегә берәр тотам ҡәҙәр эсәк бирҙе. Уларҙың ялтыраған күҙҙәре ҡәнәғәтләнде. Бигерәк тә Хоҙайбирҙе, ни эшләргә белмәй, эсәктең бер башынан тотоп ашай башланы. Шулай итеп, былар итте ашап бөтөрҙөләр. Көтөп торған рәхәт бөтгө лә китге тигән кеүек, ашап бөткәс, бик ҡыҙыҡһыҙ булып ҡалды. Шулай булһа ла, тамаҡ туйҙы, инде хәл юҡ тигән кеүек, ирендәрен ялап ҡалдылар.

— Инде йоҡларға ваҡыт, бөгөн ҡәҙер төнө түгел бит, — тип, Шәриф тышҡа сығып китте.

Быларҙың дүртеһенә бер кескенә ҡолаҡ мендәре менән иҫке ҡыҙыл юрғандан башҡа бер нәмәләре лә булмағанға күрә, ятыу мәсьә­ ләһе ситтән ҡарап тороусыға ауыр кеүек күренә ине.

Улар күптән ҡаҡ һикелә ятып өйрәнгәнгә күрә, улар өсөн был ятыу бер ҙә ауыр түгел ине. Әүәлдән килгән ғәҙәттәре буйынса, мендәргә Шәриф менән Бәҙри үҙҙәре баш һалып, юрғанды ябындылар.

Гөлйыһан менән Хоҙайбирҙегә мейес башында ятырға урын әҙер­ ләнде. Бәҙри уларҙың аҫтына иҫке сепрәк-фәләндәр йәйеп, баш аҫта­ рына үҙенең бишмәтен һалды ла өҫтәренә Шәрифтең сәкмәнен ябындырҙы.

Ярлылар, теләһә нисек тура килде, шулай ятһалар ҙа, бик тиҙ йоҡоға киттеләр. Төн уртаһы уҙғас, өй бик һалҡынланғас ҡына, 188
Закрыть