Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 186.

Йәмилә шул һалҡын көндө өс саҡрым ҡәҙәре ергә йәйәү барып ҡайтҡан. Юлда ике бит алмаһын өшөткән, бер нәмә лә алып ҡайта алмаған ине. Уның өҫтөнә, ире Шәйех иртән сығып киткәндән әле һаман да ҡайтҡаны юҡ ине.

Бында күп кереп йөрөй, тип әйтерҙәр төҫлө булғанға күрә, бик тартынып, ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына бишмәтте бирҙе лә, самауырға күмер һалып торған Бәҙригә ҡарап торҙо. Бәғзе ваҡытта һике өҫтөндә яткан эсәктәргә ҡарап, сей көйөнсә ашарҙай булып: «Бына бәхетле кешеләр­ ҙең эштәре нисек!» — тип уйланы.

Бәҙри итте йыуып ҡаҙанға ла һалды, Йәмиләгә ҡарап: — Теге апаларыңа барып ҡайттыңмы? Ниңә бик оҙаҡ торҙоң? — тине. Быға ҡаршы Йәмилә аҡрын ғына тауыш менән: — Барҙым барыуын да, уларҙы өйҙә тура килтерә алманым. Бик оҙаҡ көтөп торһам да ҡайтманылар, — тине.

— Бик ҡыйын булған икән. Әле ирең ҡайтманымы?

— Юҡ, ул ҡайтамы һуң, ул кисә лә төн уртаһында ғына иҫереп ҡай­ тып керҙе. Бер нәмә лә алып ҡайтмаған ине, — тине Йәмилә, көрһөнөп.

Бәҙри самауыр эсенә сыбыҡ тығып болғаны һәм эсенән генә: «Бына ирең шулай булһа, ни эшләр инең?» — тип уйланы. Унан Йәмиләгә ҡарап, йыуатҡан кеше кеүек: — Бөгөн әллә берәй нәмә алып ҡайтыр әле, — тине. Шул ваҡыт Шәриф, эшлекле ирҙәр төҫлө, тышҡа сығып китте. Бәҙри, тиҙ генә ик­ мәкте ҡулына алып, бер телемдәй киҫеп алды ла: — Бына, теге күрмәһен, өйөңә алып ҡайтып аша, — тип Йәмиләгә бирҙе. Ул хушлашып сығып китте.

Ҡалай самауыр ҡалтырай башлағас, Бәҙри сәй һалды һәм, бик күңелле итеп сәй эсергә ултырҙылар. Өйгә, бик күңелһеҙ һәм ҡайғылы һүрәттә, ҡараңғы төшә башланы. Яндырырға лампаның кәрәсине бөткән. Шулай булһа ла, ҡараңғы булды тип, уларҙың бер ҙә иҫтәре китмәне. Улар, өй яҡты түгел тип, ҡайғырманылар. Улар һәр көн шулай, ҡараңғы өйҙә ултырып, усаҡтан ғына сыҡҡан ут яҡтыһы менән ҡәнәғәт булып өйрәнгәндәр. Ҡараңғыла ултырыу уларҙың күңелдә­ ренә артыҡ ауыр һиҙелмәй. Лампа булмағанлыҡ уларға етешмәгәнлек булып та күренмәй башланы. Бөгөнгө аш бешереү шатлыҡтары бөтә хәсрәттәрен юя. Бик ҡараңғы ҡәбер һүрәтендә торған өй, быларҙың күҙенә йәннәт кеүек булып күренә. Ҡаҙанда ҡайнаған ит әллә ниндәй хистәр бирә. Уның гөрләп күтәрелгән һәм бөтә өйгә таралған быу пар­ ҙары уларҙың морондарына кереп шатландыра. Ҡаҙандан һәм самауырҙан сыҡҡан быуҙарға ишектән кергән һалҡынлыҡ менән ҡушылып, өйҙө бер томан хәленә килтерә ине. Бәҙри сәй эсеп бөттө лә, ҡамыр баҫып, туҡмас киҫергә кереште. Гөлйыһан бик кәйефле булып, әсәһенең туҡмас киҫкәнен ҡарап торҙо. Хоҙайбирҙе усаҡ янында әллә ни эшләп мәшәҡәтләнә, бер кескенә сыбыҡ ала ла бер башынан тотоп, бер башын утҡа яндырып, тиҙ-тиҙ әйләндереп: 187
Закрыть