эре күрһәтеп, ашауҙарҙы хыялынан кисереп ләззәтләнә, шул уй арҡа һында егерме-егерме биш дәрәжә һалҡында теттереп утын яра ине.
Ҡояш та байыманы, бар утынды тамам ярып бөтөрөп, ғәйрәтле бер һүрәттә хеҙмәт хаҡын һораны. Хужа ҡан эскес һаран түгел икән. Шәриф уйлағанса, ҡырҡ тин көмөш хеҙмәт хаҡы биреп, яҡшы ярған өсөн биш тин тағы өҫтәп ҡуйҙы. Шәриф бейәләйен ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып, янсығын алып, аҡсаһын һанап һалды ла, бик күп маллы кеше кеүек, эре генә атлап, тура ит баҙарына китте.
Был ҡырҡ биш тин аҡса Шәрифтең кәрәгенә камил еткән һәм бынан күп булһа урын табылмаҫ кеүек тойола ине. Тотор урын бул мағас, ниңә кәрәк ул! Бынан күп булһа, әллә ниңә маҙаһыҙ булыр төҫлө күренә ине.
Ул һәр ваҡыт шулай, икмәк, сәйҙән артып ҡалған биш-ун тин аҡ саһына урын таба алмай, нисек булһа ла тотоноп бөтөрөп ҡайта торған ине. Мәҫәлән, бер көн артып ҡалған биш тин аҡсаһына нимә алырға белмәй, күҙенә күренгән иҫке тимер киҫәктәре алып ҡайтҡан ине. Бына был ваҡытты ла уның ҡорған планын теге артыҡ биш тин боҙҙо. «Ул биш тингә нимә алырға кәрәк?» — тип юл буйынса уйлап барҙы. Аҡса булһа урын табыла инде. Шәриф тә биш тингә урын тапты. Сөнки, бер байрам булғас булһын инде, тине лә, биш тинлек шәкәр алып ҡайтырға ҡарар бирҙе.
Ит баҙарына кергәс, бик иркен, бик ҡурҡыуһыҙ һөйләшә, бик ныҡ һатыулаша башланы. Аҡса булғас, ниңә иркен һөйләшмәҫкә? Ҡарап тороп, бик һимеҙ ерҙәренән ун биш тинлек эсәк ҡатыш ит альт китге. Ҡайтып барғанда, юл өҫтөндәге лавканан биш ҡаҙаҡ икмәк, сәй, шәкәр алғандан һуң, тағы ете тин аҡсаһы артып ҡалды. Биш тиненә он алһа, ике тин аҡса тағы артып ҡала. Бына бөтмәҫ аҡса! Инде Шәрифтең өйгә ҡайтып барғанын күрһәгеҙ, гүйә бөтә донъяға хужа булған. Уның өйҙә лә кис ашарға ҡалдырған аҙыраҡ икмәге бар бит әле.
Бына Шәриф шулай шатлыҡ эсендә өйгә ҡайтып керҙе. «Әллә берәй нәмә алып ҡайта, әллә юҡ» тип көтөп торған Бәҙри, иренең бындай нәмәләр алып ҡайтҡанын күргәс, ғәҙәттән тыш шатланып, әй берҙәрҙе берәм-берәм алып, әйләндереп-әйләндереп ҡарап, урынлы- урынына рәтләп ҡуйҙы. Шәриф, бик ҙур эш бөтөрөп ҡайткан кешеләрсә ҡыланып, аҡрын ғына сисенеп ултырҙы ла: — Самауыр ҡуй әле, иркенләп сәй эсәйек, — тине.
Бәҙри инде, әлбиттә, һәр бер эште, баш өҫтө, еренә еткерәсәк. Шул минут гөрөлдәтеп ҡаҙан аҫтына яғып ебәрҙе. Самауырға һыу һалып, ҡайнатырға ҡуйҙы. Гөлйыһан менән Хоҙайбирҙе, айырыуса шатлыҡ менән, арлы-бирле уйнап йөрөйҙәр ине.
Бына былар шулай шатлыҡ менән торған саҡта, бишмәтте тотоп Йәмилә килеп керҙе. Ләкин Йәмилә бик ҡайғылы, күңелһеҙ генә бер һүрәттә ине. Айырыуса, быларҙың өйөндә һике өҫтөндә тулып ятҡан ит, икмәктәрҙе күргәс, хәсрәте артты: «Минең дә ирем ошо Шәриф кеүек булһа, нисек рәхәт булыр ине» — тип, фекеренән кисерҙе.
186