Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 184.

— Йәмилә, тиҙерәк ҡайт, йәме, үҙемдең һыуға бараһым да бар...

— Бик тиҙ ҡайтам, унда бер ҙә тора торған эшем юҡ, барам да ҡай­ там, — тине Йәмилә ишектән сыҡҡан саҡта. Ул сығып киткәс Бәҙри: — Бисара, бик ауыр тора инде. Ире лә бик насар шул. Матур ғына ҡатынды шулай ас ҡалдырып йөрөргә нисек оялмай. Типһә тимер өҙә торған егет, яңғыҙ ҡатынын туйҙыра алмай, — тип үҙ-үҙенә һөйләнеп, самауырҙы йыйыштырып ҡуйҙы ла, ишектең боҙ ҡатҡан буҫағаһын бысаҡ менән ҡырып ябырға кереште. Йоҡа ғына таҡтанан яһалған еп-еңел ишек ҡаты итеп япҡан һайын кире асылып, ябылмайынса этләне.

Йәмилә бишмәт кейгәненә шатланып, артынан килерҙәр ҙә уны кире алырҙар тигән төҫлө булып, шәп-шәп атлап, тауға ҡарай менеп китте.

II Шәриф сәй эсеп йылынып алғас, бер ҙә ҡайғыһыҙ, әллә нисек бик тиҙ эш табылыр кеүек булып, тиҙ-тиҙ атлап бара ине. Күп тә йөрөмәне, бәхетенә ҡаршы, эш тапты. Бына утын ярырға кереште. Бер бәхет асылһа асыла торған, тигән ине, ысындан да шулай тура килде. Эсе­ нән, әллә ниҙәр уйлаған кеүек, Аллаға шөкөр итеп, ысын күңел менән яра ине. Айырыуса, хужа килгән ваҡытта, бик уңған һәм бик эшлекле икәнде белдерер өсөн, ялтырап йөрөй. Әүәлдә ярылған утындарҙы хужаға күрһәтеп: «Бына быны бик эре итеп ярғандар. Ахыры, бер ҙә эш рәте белмәгән кеше ярғандыр», — тип һөйләнә ине. Утын хужаһы­ ның бер мәртәбә килеп ҡарауы уның күңелен үҫтерә, ғәйрәт бирә, ваҡ ҡына итеп ярыуға сәбәп була ине. Утын яра торған түмәрҙең өҫтөнә ултырып бик яйлап, киләсәге тәьмин ителгән кешеләрсә, бик күңелле һүрәттә тәмәкеһен тарта, үҙенсә бик ләззәт менән: «Был кеше ҡырҡ тин бирмәҫме икән? Бирер, бирер. Илле тин итеп ҡуймаһын, был утын сажиндан күп артыҡ бит, юҡ инде ҡырҡ тин генә бирһен, шул да етер. Күптән бирле ит ашалғаны юҡ ине, берәр егерме тинлек ит алып ҡайтһам, егерме тин ҡала, егерме тиндең биш тин көмөшөнә туҡмасҡа он алһам, унан да ун биш тин артып ҡала. Ун биш тингә биш ҡаҙаҡ икмәк алып ҡайтһам... Бына байлыҡ!» — тип уйлай ине.

Икенсе рәт тәмәке тарткан саҡта был планды боҙоп: — «Юҡ, итте егерме тинлек үк алырға ярамай, ун биш тинлек алһам — етер, унан ҡалған биш тингә сәй алырға кәрәк», — ти ине. Бер аҙҙан һуң күңеленә өсөнсө фекер төшә. Был фекер — ит алмай ғына, тояҡ, эсәк-фәлән алып ҡайтыу ине.

Бына инде, ул итте алып ҡайтып бешергәс, нисек итеп ултырып ашарға? Үҙен мал табыусы һәм ата, уларға баш, ризыҡ табыусы төҫлө 185
Закрыть