Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 183.

ҡайҙан ғына бер ауыҙ тултырып ҡабырлыҡ икмәк табылыр икән, тип йөрөй ине. Шуға күрә лә, был бер телем арыш икмәге уның өсөн бик ҡиммәтле нәмә кеүек күренде. Йәмиләне шул икмәк мәсьәләһе һар­ ғайтып ошо хәлгә ҡалдырған һәм шул икмәк юҡлыҡ уны кәйефһеҙ­ ләндергән һәм ауырыу һүрәтенә кереткән ине.

Икмәкте ашап бөткәс ул: «Бөттө лә, тағы аҙ ғына булһа!» — тигән төҫлө итеп, ирендәрен ялап, алдындағы валсыҡтарҙы сүпләп ҡабып ҡуйҙы. Аҙ ғына күңеле асылып, иркен бер һулыш алып, яһалып бирелгән сәйҙе эсте.

Бәҙри үҙенсә бик ҙур яҡшылыҡ иткән, бер кешенең рәхәт тормо­ шона сәбәп булған кешеләрсә: — Йә, Йәмилә, бөгөн ирең ҡайҙа китге? — тине. Йәмилә күңелһеҙ, бер ҙә яуап бирәһе килмәгән кеүек итеп: — Ул иртүк торҙо ла эш эҙләп сығып китте. Белмәйем ҡасан ҡай­ тыр инде. Кисә лә төн уртаһында ғына ҡайтып керҙе. Әллә инде бал­ таһын һатып эскән, һораһам да, ҡайҙа икәнлеген әйтмәй, үҙе иҫерек. Кисә лә ашамай яткан инем, бына инде бөгөн дә ашағаным юҡ. Бөгөн иртүк теге урамға барып юнышҡы алып ҡайттым да, өйҙө йылытып алған булдым.

Бәҙри, үҙен бәхетлерәк бер кеше кеүек итеп күргән ҡиәфәт менән: — Бигерәк насар инде, һалдат кеүек йөрөй, оятһыҙ! — тине.

Йәмилә тәрән көрһөнөүле тауыш менән: — Шулай инде, әле һинең бишмәтеңде һорап торорға килгән инем. Ҡаланың теге осонда беҙгә апа тейешле Гөлниса бар, улар яҡшы торалар, шунда барып ҡайтайым тигән инем. Әллә аҙ-маҙ нәмә һорап ҡайтыр инем, — тигәс, Бәҙри: — Минең үҙемдең дә бараһы ерем бар ине лә, улай булғас, алып торһаң торорһоң инде. Әле яңы ғына теге сәй эсеп сығып китте. Бөгөн иртүк тороп эш эҙләп сыҡҡан ине. Бына инде бер яҡшы мәрйә осра­ ған. Әйберҙәрен күтәрешеп алып барған өсөн ун ике тин аҡса биргән. Әле, Хоҙайға шөкөр, был арала бер ҙә аптырағаныбыҙ юҡ.

— Эйе, һеҙ, Бәҙри апа, бик яҡшы тораһығыҙ. Ана минең ирем кеүек булһа, ни эшләр инегеҙ? Тапҡан бар аҡсаһын шунда бөтөрөп ҡайта.

— Әлхәмделилла, шайтан ярлы, беҙ бай әле, — тине Бәҙри. Бишмә­ тен ҡулына алғас, әлдә был бишмәт булды әле, тигән төҫлө ҡараны ла, үҙен бәхетлерәк кеүек күреп, Йәмиләгә килтереп бирҙе, кейеп ҡарарға ҡушты. Йәмилә бишмәтте кейеп алды ла: — Оҙон булмаҫ, буламы һуң. Таман ғына, үҙемә үлсәп киҫтергән тип белерһең, — тине үҙ-үҙенә ҡарап.

— Был бишмәт бик ныҡ булды инде, әҫтәмдән һалмай кейәм, бер ҙә туҙыуҙы белмәй, — тине Бәҙри.

— Әле лә өр-яңы бит, ғүмеремдә шундай бер бишмәт күрә алма­ ным, — тип сығып китә башланы Йәмилә.

184
Закрыть