Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 182.

Гөлйыһан икмәгенең яртыһын юҡ иткәс, ҡалғанын сәй менән сылатып ашар өсөн самауыр төбөнә ҡуйҙы. Уның өҫтөнә, бик ҙур төҫлө иттереп шәкәрҙе ҡуйҙы ла, әсәһенә ҡарап: «Бына быларҙы сәй менән ҡушып ашармын», — тине. Үҙе бер ҡулы менән самауырҙың аяғын һыйпаштырып ултырҙы. Әҙерәк торғас, аҡрын ғына, әсәһенә ҡарап: «Әсәй, миңә сәй яһап бир әле», — тине. Бәҙри эсә торған сәйен эсеп бөтөрҙө лә, шыйыҡ ҡына иттереп ҡойоп, Гөлйыһанға бирҙе. Бына хәҙер Гөлйыһандың һәр эше тамам еренә килде. Шәкәре менән ҡушып икмәкте лә ашап бөтөргәс, тороп китте. Инде нәүбәт Хоҙай- бирҙегә килде. Ул да, әсәһе ҡойоп биргән сәйҙе эсеп тамам иткәс, тиҙ генә мейес башына менде лә тараҡандар менән уйнай башланы. Шәриф ике телем икмәкте ашап бөтөргәс: «Ҡайҙа әле, аҙыраҡ тағы киҫеп бир», — тине. Бәҙри киҫеп бирергә тип икмәкте ҡулына тотҡас та, Хоҙайбирҙе, мейес башынан төшөп, әсәһе янына килеп ултырҙы. Бының күҙе икмәк һорап тора ине. Бәҙри йоҡа ғына иттереп Шәрифкә киҫеп биргәс, икмәккә ҡарап самалап торҙо ла, бик йоҡа ғына ҡыйыҡ итеп киҫеп, Хоҙайбирҙегә лә бирҙе. Хоҙайбирҙе шатланып мейес башына йүгереп менеп китте. Бәҙри Гөлйыһанды ла мәхрүм итмәне, уға ла киҫеп бирҙе. Үҙенә лә аҙыраҡ алды. Шулай итеп, бик рәхәт һәм ҡайғыһыҙ ғына сәй эсеп тамам иттеләр.

Шәриф, тағы кәсеп эҙләп китер өсөн, сабатаһын алып, сепрәк­ тәрҙе урап кейенергә кереште. Сабатаһының табанын әйләндереп, әле ныҡ икән тигән кеүек, бармағы менән тыҡ-тыҡ сиртеп ҡараны ла, кейенеп бөттө. Сәкмәнен кейгәс иҫке ҡыҙыл яулығын муйынына ураны ла, балтаһын алып сығып китте.

Шәриф сығып киткәс, Бәҙри ҡалған сәйҙе эсеп ултырғанда күрше фатирҙа торған Шәйех исемле егеттең ҡатыны Йәмилә килеп керҙе, Йәмиләнең ҡиәфәте — тормошо ауыр бер хәлдә, донъяның бөтмәҫ мәшәҡәттәрендә икәнлеген белдереп тора ине. Уның төҫө һарғайған, күҙҙәре эскә батып кергән, өҫтөндә иҫке генә күлдәк, башына йырты­ лып бөткән яулығын ураған һәм аяғына туҙып, мыйыҡтары сыҡҡан сабата кейгән ине. Үҙенә ҡарағанда, унан һәр кеше нәфрәтләнә, уны бер кем дә яратмай, бер кеше лә ҡыҙғанмай төҫлө ине. Шуның өсөн Бәҙригә лә, ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына, өмөтһөҙ бер тауыш менән: — Иҫәнмеһегеҙ әле? — тине.

Бәҙри: — Әле арыубыҙ! — тине лә, сынаяҡ аҫтына сәй ҡойоп, уның алдына ҡуйҙы. Баяғы икмәктән, бик самалап ҡына, киҫеп бирҙе. Бәҙриҙең икмәк тотҡанын күргәс Хоҙайбирҙе килеп тә етте. Ләкин Бәҙри уға икмәк бирмәне: «Бар инде, аҙыраҡ торғас ашарһың», — тип кире ебәрҙе.

Йәмилә икмәкте ҡулына алыу менән ҙур-ҙур ҡабып ашай баш­ ланы, һары йөҙөндә аҙ ғына яҡты сырай күренде. Әллә ҡасандан бирле күрмәгәнгә шул бер телем арыш икмәген ысын күңеле менән, 183
Закрыть